Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2022, 13:45

Был аҙнала түләнә башлай

20 мең һум аҡсаны алыу өсөн 4141 ғариза ҡабул ителгән

Был аҙнала түләнә башлай
Был аҙнала түләнә башлай

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына Яңы йыл бүләге итеп бер тапҡыр 20 меңешәр һум аҡса биреләсәк тигәйне. Шул уҡ көндө был туралағы укакзға ҡул ҡуйылды һәм эш башланды.

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был йәһәттән башҡарылған  эш тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, ғариза биргән кешеләр аҡсаны был аҙнанан уҡ ала башлаясаҡ.

– 11 декабрь кисенә ҡарата аҡса алыу өсөн 4141 ғариза ҡабул иттек. Был кешеләр аҡсаны ошо аҙнала ала башлай, – тине ул.

Әйткәндәй, уҙған аҙнала “Инцидент-менеджмент” системаһына ошо темаға бәйле һорауҙар бик күп килгән. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, улар 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт алған. Шуға күрә министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселеге тарафынан брифингтар үткәрелде һәм халыҡтың һорауына яуаптар бирелде.

– Кешеләр был аҡсаның кемгә тейешлеге, нисек алыуға бәйле күп һорауҙар бирҙе. Брифингтар үткәрҙек, унда ла һорауҙар байтаҡ булды. Хәҙер барыһы ла аңлашыла башланы кеүек, шуға һорауҙар ҙа кәмене, – тине ул.

Фото: panoramarb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: