Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2022, 20:00

“Үләм икән тип торам..."

Рөстәм Нәбиевтең хәле насарайған...

“Үләм икән тип торам..."
“Үләм икән тип торам..."

Билдәле блогер, армияла сағында казарма ишелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиевтең яңы ғына Африкалағы иң бейек түбә – Килиманджароға ике ҡулында менә алыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул аяҡлы кешеләр ҙә эшләй алмағанды башҡарып, бөтәбеҙҙе лә хайран ҡалдырҙы.

Кисә иһә уның тауҙан төшкәс хәленең насарланыуы билдәле булды. Рөстәм хәбәр итеүенсә, ҡапыл тән температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелеп, ҡалтырана башлай. Шул уҡ ваҡытта ныҡ итеп эсе ауырта. Хәле шул тиклем ауыр була, уға хатта урындағы дауаханаға мөрәжәғәт итергә тура килә.

– Ысынын әйткәндә, үләм икән тинем, хәлем шул тиклем насар булды, хатта Индираға былтыр төҙөгән васыят тураһында хәтеренә төшөрҙөм. Ике сәғәт эсендә ғүмерем менән хушлашырға өлгөрҙөм, дуҫым Тимурға: “Ғүмеремә матур нөктә ҡуйҙым. Матур итеп, тау менән китәсәкмен”, – тинем хатта", – тип һөйләгән ул.

Тәүҙә уның бөйөрөндә таш булыуы ихтимал тип уйлағандар, тик тикшергәс, диагноз раҫланмаған. Табиптар яҡташыбыҙҙың хәлен яҡшыртып, ҡунаҡханаға ҡайтарған.

Фото Р. Нәбиевтең сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: