Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2022, 11:45

Ҡунаҡҡоловтарға ярҙам кәрәк!

Бәлки ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ эшҡыуараҙр табылыр...

Ҡунаҡҡоловтарға ярҙам кәрәк!
Ҡунаҡҡоловтарға ярҙам кәрәк!

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған ағалы-ҡустылы Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышы тураһында күп яҙҙыҡ, шуға күрә уларҙың хәл-әхүәле тураһында йыш таныштырып торабыҙ. Күптән түгел Ҡунаҡҡоловтарға киләһе йыл өсөн, тағы ла "Башҡортостан"лы булһындар тип, гәзиткә лә яҙҙырып ҡуйҙыҡ. Белеүебеҙсә, нәҫел сире сәбәпле инвалид булып, ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән егеттәрҙең көнитмешенә, проблемаларына тәүгеләрҙән булып Рәхмәт ауылында йәшәгән Идиә Ғәлимова иғтибар итә һәм журналистар Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар киң йәмәғәтселеккә еткерә. Был юлы ла Рәмзиә Кәримова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҡташтарының хәле, уларҙың йортон "зәңгәр ут"ҡа тоташтырыуҙағы килеп сыҡҡан проблемаларҙы күтәреп, бәлки уларға ярҙам итеүселәр табылмаҫмы икән тип яҙған.

"Шокта ултырам! Иҫем китеп! Минең Ҡунаҡҡоловтарыма газ сертификатына отказ килде. Шул аҡсаға газ плитәһе, ҡаҙанлыҡ, насос һәм башҡа кәрәк-ярағын алырбыҙ тип көтөп торғайныҡ та бит. Ярай әле инвалидтарға дәүләттән газ үткәреүгә бушлай сертификат бирелә, быйыл суммаһы ла артты, тип ҡыуанғайныҡ! Тик әтнәкәһе лә булған шул: Рафиҡтың беренсе төркөм инвалидлыҡ пенсияһы менән сертификат алып булмай икән, суммаһы 2 меңгә артыҡ, 2 меңгә. Ә дәүләт ярҙамы 17 мең һумғаса пенсия булғанда ғына бүленә! Эх, белгән булһаҡ Рәфискә беренсе төркөм юлламай тороп, өйҙө уға ғына яҙҙырып сертификат алыр инек тә бит. Терһәкте тешләп булмай шул! Хәҙер тағы ярҙам итерлек эшҡыуарҙар эҙләргә инде", - тигән ул.

8 (950) 748-67-83 - Рәфис Ҡунаҡҡолов

Халҡыбыҙ арабыҙҙа изге күңелле, кеше яҙмышына битараф булмаған, мәрхәмәтле кешеләр күп. Кем белә, бәлки уларҙың араһында ла  бер туған ағалы-ҡустылы Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтарға ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылыр. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәй бит халыҡ та.

Автор фотоһы.

 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас