Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2022, 16:25

Герой булып ҡайтты исеме

Батырлығы мәңге онотолмаҫ.

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 21 июлдәге Указына ярашлы Әбйәлил районының Асҡар ауылы егете гвардия прапорщигы Тамерлан Айсар улы Илһамовҡа махсус операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Мәҡәләмдә яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлаған, тыуған еренән ситтә ғүмер кисергәндә лә, бер көнгә лә әсәһен, туғандарын онотмаған, улар хаҡында даими хәстәрлек күргән, сикһеҙ хөрмәт иткән, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыялдарына фәҡәт үҙ көсө менән юл ярған, әле өйләнеп тә өлгөрмәгән егеттең ҡыҫҡа, әммә мәғәнәле тормош юлы хаҡында бәйән итмәксемен.

 

Хәрби булыу – ҡанынан

 

Ниәтемде әйткәс, улы тураһында иң ҡә­ҙерле иҫтәлектәрен уртаҡлашырға риза бул­ған әсәһе Айгөл Шакированан мәңге уңалмаҫ йөрәк яраһына ҡағылыуым, хәтирәләрендә үткәндәргә урап ҡайтырға мәжбүр итеп, ҡайғыһын яңыртыуым өсөн ғәфү үтенәм. Әммә Геройҙың шәхесе тураһында башҡалар ҙа белергә тейеш һәм уның хаҡында иң ғәзиз кешеһенән дә төплөрәк бәйән иткән бүтән берәү булырмы икән?!

– Тамерлан – минең баш балам. 1994 йылдың 22 июнендә донъяға ауаз һалды. Исем һайлауҙа атаһының да, минең дә фекерҙәребеҙ тап килде. Шул осорҙа телевизорҙа йыш күрһәтелгән “Всемирная история” реклама роликтарының бөйөк полководец Тамерланға арналған серияһы улыбыҙҙы исемле итте. Ул ваҡытта беҙ ҡайным-ҡәйнәм менән бергә Асҡарҙа, Партизан урамында тора инек. Беҙҙең өсөн генә түгел, олатай-өләсәһе өсөн дә тере уйынсыҡ булды ул. Бергә торғанғамы, айырыуса яҡын күрҙеләр. Олатаһы яратып, Тамтам тип өндәшер ине, буй етеп, хәрби булғас та, уның өсөн шулай булып ҡалды. Мин барғанда ҡәйнәм түшәктә ине инде, әммә ейәнен ихлас ҡарашты, бала бағыуҙан йәшәү йәме тапты. Уның өсөн тере сәңгелдәк булды. Мин эш менән булашҡанда баланы бишеккә һалдыртманы, гел генә ҡулында бәүетеп ултыра торғайны, – тип хәтер сылбырын тағатты Айгөл Милләт ҡыҙы.

Бәпес күреү табынында аяғын ныҡ терәп торған шалҡандай сәләмәт балаға ҡарап: “Һай-һай, ҙур кеше булыр был!” – тип һоҡлана ҡунаҡтар. “Шунда Ғәзиз ағай Хәли­совтың “Улым полководец буласаҡ!” тиеүе һаман иҫемдә. Әйткәне юш килде. Тамерлан хәрби юлды һайланы”, – ти Айгөл ханым.

Асылда Тамерлан Илһамовтың Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙе һөнәр булараҡ һайлауы нәҫелдән киләлер, моғайын. Әсәһе яҡлап ҡарт олатайҙары – Ҡусҡарҙан Сабит Ғәбитов һәм Рысҡужанан Нурғәле Әхтәмов – икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Нурғәле олатаһының өс улы хәрби юлды һайлай. Германияла һалдат бурысын үтәгән Зиннәт олатаһы шунда хеҙмәт итергә ҡала, нурланыу сәбәпле, һигеҙ йылдан һуң ҡайтырға мәжбүр була. Һиммәт олатаһы, Германияла өс йыл хеҙмәт итеп, хәрби булыу теләге менән янып ҡайта. Район хәрби комиссариатында эшләй, ситтән тороп Ульяновск хәрби училищеһын тамамлай, Әбйәлил, Сибай, Мәсетле, Тәтешле райондарында хәрби комиссар була, пенсияға сыҡҡас, ғүмеренең ахырынаса Тәтешлелә ДОСААФ рәйесе була. Әсәһенең атаһы – Милләт олатаһына армияла саҡта Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыу форсаты тейә. Әрменән ҡайтҡас, 1971 йылда уны райком комсомолы юлламаһы буйынса хәрби комиссариатҡа эшкә саҡыралар. Ул Куйбышев хәрби училищеһын тамамлай, прапорщик зва­ниеһына эйә була.

 

Бала ҡаһарманлығы

 

Тамерланға башҡалар тураһында хәс­тәрлек күреү, яуаплылыҡ тойғоһо артығы менән бирелгәнгә хатта әсәһе үҙе ғәжәп ҡыла. Ғаиләлә иң ҙуры булғанға иртә өлкәнәйәме, әммә туғандары өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер ағай, өлгө, абруй була. Бер тапҡыр һүҙҙең тура мәғәнәһендә ут эсенә инә. 12 йәшлек үҫмер, олатаһын ҡотҡарып, ҙур геройлыҡ ҡыла.

– Ул ваҡытта Ярлыҡапта йәшәй инек. Шуныһын да әйтәйем, үкенескә ҡаршы, Тамерланға ике йәш булғанда атаһы менән айырылыштыҡ һәм икенсегә тормошҡа сыҡтым. Бик яҡшы хәтерләйем: бер көн алда Тамерландың тыуған көнө булды. Иртәгәһенә, биш йәшлек Рушанды алып, Асҡарға киттек. Тамерлан ҡарт олатаһы менән өйҙә ҡалды. “Донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тор”, – гел әйтелгән һүҙҙәрем был юлы ла ҡабатланды. Өйҙә оло кеше булһа ла, ул күрмәй, өҫтәүенә насар ишетә ине. Дауаханала “Ярлыҡапта өй яна” тигәнде ишетеп, йөрәгем ҡабынды, йомоштарҙы бөтмәҫтән, өтәләнеп ҡайтып киттек. Йөрәгем бушҡа шөбһәләнмәгән – янғын беҙҙең өйҙә, соландағы иҫке һыуытҡыстың шнурынан тоҡанған. Ихатала йөрөгән улым, ут эсенә йүгереп инеп, төпкө өйҙә бер нимә белмәй ултырған олатаһын етәкләп тышҡа алып сыҡҡан. Ул ғына түгел, бер ыңғай бөтә документтарыбыҙҙы, хатта яна башлаған фотоальбомдарҙы ла алған. Шундай ҡыйыу булды балаҡайым. Шул айҙа Ярлыҡапта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткәйне, байрам алдынан эшләгән ремонтыбыҙ әрәмгә сыҡты, тип ҡайғырған булды. Донъя малын яңынан йыйып алдыҡ. Тик күңелемдә бер үкенес ҡал­ды. Тамерландың тыуған көн тортының яртыһын кистән ашаныҡ та, ҡалғанын һыуытҡысҡа ҡуйғайныҡ. Иртәнсәк өйҙә тороп ҡалған улым: “Әсәй, тортты ҡырҡып ашаһам буламы?” – тип һораны. “Асҡарҙан йөрөп ҡайтайыҡ та бергәләп ашарбыҙ”, – тинем. Аҙаҡ ҡара янған йортобоҙға ҡарап, исмаһам, улыма тортын ашарға рөхсәт итмәүемә ныҡ үкендем. Тормошта үкенестәр күп була икән шул...

 

Мәктәп йылдары

 

Тамерлан башланғыс белемде Ярлы­ҡапта ала. Беренсе класҡа өс уҡыусы бара. Көслө педагог Рәзилә Насырйәнованың ҡулы аҫтында өсөһө лә яҡшы өлгәшә, V клас­ты Ҡусҡарҙа дауам итеү ҡыйын булмай.

“Тамерлан ҡайҙа уҡыһа ла, уҡытыусы­ларынан уңды”, – тип йылмайып хәтерләй Айгөл апай. Уҡытыусылары иһә уйлап яуап биргән, белемле, тәртипле уҡыусынан уңғандыр. Туғыҙынсыны тамамлағансы тау ашаһындағы күрше ауыл мәктәбенә йөрөй. Ҡышҡы осорҙа туғандарында ятып уҡый. V класта уҡығанда үҙҙәрендә йәшәгән малай тураһында Зөлфиә менән Самат Ғәбитовтар ҙа тик йылы хәтирәләр һаҡлай. Бер рәттәш булып шау-гөр үҫеп килгән өс ул (был ғаи­ләлә бөтәһе биш бала) янында Тамер­лан­дың бөтөнләй бер башҡа булыуын, бөх­тә­лек яратыуын, кейемен ипле итеп бөкләп һал­майынса йоҡларға ятмауын ғәжәп күреп һөйләй улар. “Бөхтәлеге лә атайымдан ине, – ти әсәһе. – Аҙаҡ был сифаты хәрби форма­һына мөнәсәбәтендә айырыуса ныҡ сағылды”.

Х класҡа Тамерлан Асҡарға – Т. Кусимов исемендәге гимназияға уҡырға килә. Бында ла яңы класташтары араһында тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә. Ғүмер буйы улар менән бергә уҡыған һымаҡ үҙен иркен тоя. Ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөл-мауығыуҙарына тиклем тап килгән ғүмерлек дуҫтарын – Азамат Шакиров менән Нургиз Усмановты ошо класта осрата.

“Тыуған илемә хеҙмәт итәм!”

 

Мәктәптән һуң Сибай институтының юридик факультетына уҡырға инә. Әммә йән дуҫтарына армияға повестка килгәс, мин дә һеҙҙән ҡалмайым тип, хәрби комис­сариатҡа бара. Үҙ ирке буйынса иптәштәре менән әрме сафына юлланған Тамерланды, йәшең тулмаған тип, Өфөнән кире боралар, ләкин көҙгө саҡырылышта барыбер маҡсатына өлгәшә егет. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, әлеге иптәштәре менән контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә ҡарар ҡыла.

Ғөмүмән, хәрби юлға Тамерлан ҡатмар­лыҡтар аша үтеп баҫа. Яҙмыш уны шулай араларға маташҡан кеүек. Юғары уҡыу йорто студентына бирелгән хәрби хеҙмәттән кисектереү мөмкинлеген инҡар итеп, армияла йөрөп ҡайта. Контракт буйынса китергә булғас, насар күреүе арҡаһында өс тапҡыр медицина комиссияһын үтә алмай, ләкин ныҡышып, үҙ маҡсатына өлгәшә. Ҡораллы Көстәр сафына “С” категориялы водителдәр кәрәклеген белеп, тиҙ арала ошондай танытма ала.

2014 йылда айырылмаҫ өс дуҫ Мәскәү өлкәһенең Краснознаменск ҡалаһында урынлашҡан хәрби часта стратегик тәғәйен­ләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлай. Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыла­ғанда уларҙың полкынан 20-гә яҡын хәрбиҙе Еңеү парадында ҡатнашыу өсөн махсус рәүештә Минск ҡалаһына ебәрәләр. Улар иҫәбендә Тамерлан Илһамов менән Нургиз Усманов та була. Һәм егеттәр икеһе лә ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәгән өсөн Беларусь Республикаһының оборона министры урынбаҫары ҡулынан “Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадта ҡатнашҡан өсөн” миҙалын ала. Бынан тыш, ошо уҡ йылда Тамерлан, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була. Антына тоғро ил һаҡсыһы ҡайҙа оҙайлы командировкаларҙа булыуын хәрби сер итеп һаҡлаһа ла, был юғары дәүләт наградаһының ил хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса махсус йөкләмәләрҙе үтәгәндә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн бирелеүе сер түгел.

Яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлы­ғының II дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыу­сыға” миҙалдары, Хәрби-Һауа көстәренең отличие билдәһе менән дә наградлана. Зенит-ракета ғәскәрҙәренең хәрби расчеттары араһында йыл һайын уҙғарылған физик әҙерлек һәм хәрби-һөнәри оҫталыҡ буйынса “Күктәрҙән асҡыс” конкурсында ҡатнашыу ҙа йылдың-йылы Тамерлан хеҙмәт иткән расчетҡа ышанып йөкмәтелә. Һәм улар һынатмай: 2015 йылда – беренсе, 2017 йылда икенсе урынды яулайҙар.

 

Туғандары тип йән ата

 

– Улым менән йыш күрешеү бәхете теймәне инде. Йылына бер тапҡыр ғына ҡайта торғайны. Хеҙмәтенә шул тиклем яуап­лы ҡараны. Берәй нимә тиһәң, “Приказы не обсуждаются!” тиер ине һәм шуның менән һүҙ бөттө. Хеҙмәте тураһында бер ҡасан да тәфсирләп һөйләмәне. Һирәк осрашһаҡ та, үҙенә айырым ҡәҙер-хөрмәт талап итмәне. “Өләсәй, ашыңды һағындым”, “Әсәй, ҡоймаҡ ҡой әле” тигән һүҙҙәре менән күңелде кинәндереп, өй ризыҡтарын маҡтай-маҡтай ашар ине. Буйға минән аша ҡарап торһа ла, ҡосаҡлап һыйынырға, хатта еҫкәп алырға ла тартынманы. Һағыныуы шулай бул­ғандыр. Туғандар уның өсөн ҙур хазина, беҙгә үтә иғтибарлы ине. Гел шылтыратты, өйҙәге хәлдәр тураһында тулыһынса хәбәрҙар ине. Бөтәбеҙ хаҡында ла хәстәрлек күрҙе, матди һәм рухи терәгебеҙ булды. Һеңле-ҡустыларын ағайҙарса ғына түгел, атай һымаҡ ҡайғыртты. Бала саҡ фотоларында гел ҡустыһы Рушанды ҡосаҡлап төшкән. Һәр ваҡыт уларҙы уйлап, ҡурсалап йәшәне, – тип күҙ йәшенә быуыла әсә.

Тамерлан Рушанды ла үҙенең эргәһенә саҡыра, ләкин ҡустыһы риза булмай. Һеңлеһе Гөлиәне Өфөлә һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыған осоронда тулыһынса матди яҡтан тәьмин итә. Бәләкәстәре Айнур ҙа ағай иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ә инде әсәһе уның өсөн иң изге кеше була.

2020 йылда Айгөл апай балалары Гөлиә һәм Айнур менән улы хеҙмәт иткән ерҙә бер аҙна йөрөп ҡайта. Унда ла Тамерланға, хеҙмәтенән бушап, яҡындары менән иркенләп аралашырға тура килмәй. Шулай ҙа уларға Мәскәү буйлап иҫтәлекле, матур ял ойоштороуҙы хәстәрләй.

– Тамерландың юҡлығына ышана алмайым. Һәр ваҡыт ҡырҙа йөрөгәс, әле лә хеҙмәттә кеүек, – ти ҡәҙерле кешеһе.

 

Яҙмыштан уҙмыш юҡ

 

Махсус хәрби операция башланғас, 93-сө гвардия зенит-ракета полкына хәл ҡатмарлы райондарҙа күк именлеген һаҡлау бурысы ҡуйыла. Расчет командирының аяғы һыныу сәбәпле, уның урынына, офицер булмаһа ла, яуаплы һәм һөнәренең оҫтаһы булып танылған Тамерлан Илһамовты тәғәйенләйҙәр. Уны һуңғы юлға оҙатырға килгән хәрби дуҫтарының Айгөл Милләт ҡыҙын ҡосаҡлап: “Тамерлан үлергә тейеш түгел ине”, – тип илауы ла ошо сәбәптән.

27 июндә видеобәйләнешкә сыҡҡанында улы әсәһен тиҙ генә ҡалаға барып, үтеп киткән тыуған көнөнә бүләк – алтын сылбыр алырға өгөтләй. “Хәҙер генә юлға сығығыҙ!” – тип һеңлеһе менән икеһен ашыҡтыра. Ювелир салонына барғас, тағы ла бәй­ләнешкә сығып, бүләк һайлаша: “Иң матурын алығыҙ, хаҡын уйламағыҙ”, – ти. Улының бүләген алып, ҡояштай балҡыған әсәһенә: “Йәл, үҙ ҡулдарым менән кейҙерә алманым”, – ти. Ашҡыныуы, үҙе ыңғайына яҡындарын ҡабаландырыуы бушҡа булмай: был ваҡытта Тамерландың ни бары бер аҙна ғүмере ҡалған була.

3 июль. Снежное ҡалаһы. Уларҙың расчеты был көндә дежур итергә тейеш булмай. Командование һорағас, хәрби часта ете йыл бергә хеҙмәт иткән иптәше, шулай уҡ яҡшы белгес, прапорщик, Дағстан егете Рехбер Гюляхмедов менән риза булалар.

Ошо көндә Тамерлан өйгә өс тапҡыр шылтырата. Үҙе менән берәй хәл буласағын һиҙҙеме икән әллә? Һеңлеһенә: “Әгәр мин булмаһам, сәхифәләремде юйырһың”, – тип социаль селтәрҙәге аккаунттарының паролдәрен биреп ҡуйыуы ла шикләндерә. “Был көндә Тамерлан нисектер сәйер ине, телефон экранына тура ҡарамай, ниндәйҙер хәүеф янаған кеүек, иғтибарын ян-яҡҡа йүнәлтеп тик ултырҙы”, – ти әсәһе лә. Һуң булһа ла, сәғәт 23.45-тә Гөлиәгә шылтырата, хәлдәрен һораша. Ә инде бер сәғәттән егеттең йәне күккә оса...

Июлдең 3-өнән 4-енә ҡараған төндә дежурҙағы “Панцирь-С” зенит ракета-пушка комплексы хәрби машинаһы расчеты оборона объектына табан осҡан ҡаршы яҡтың реактив снарядтарын беренсе булып күреп ҡала һәм уларға ҡаршы һауа алышы аса. Ҡыйыу, тәүәккәл ҡарарҙарға ярашлы, егеттәр туғыҙ реактив снарядты юҡ итә. Әммә хәрби машина хәүефһеҙ зонаға ҡасып өлгөрмәй, расчет тулыһынса һәләк була. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Тамерлан Илһамов менән Рехбер Гюляхмедов хәрби бурысты үтәүҙе тәьмин итә. Икеһе лә үлгәндән һуң юғары дәүләт наградаларына тәҡдим ителә. Мәғлүм булыуынса, яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелә, хәрби иптәше “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнә.

 

Мәскәү ҡыҙы Таня

 

28 йәшкә етһә лә, Тамерлан ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Был мәсьәләгә үтә етди ҡарай. “Хәрби эшкә бирелгәнлегемде буласаҡ кәлә­шем аңлап ҡабул итерме, ә үҙем ғаиләмә тейешле иғтибар бүлә алырмынмы?” тигән борсолоуҙарын апайҙарына ла һөйләй. Ниһайәт, 2021 йылдың көҙөндә, осраҡлы рәүештә интернет аша бер ҡыҙ менән таныша. Хәрби ғаиләлә үҫкән, үҙе лә хәрби юлды һайлаған ҡыҙ була ул. Тормошҡа ҡа­раштарында ла күп уртаҡлыҡтар асыҡлана. Күҙгә-күҙ күрешмәһәләр ҙә, улар үҙҙәренең бер-береһе өсөн яратылғанлығын аңлай.

Тамерлан әсәһенә май айында ҡыҙын өйгә алып ҡайтасағы тураһында һөйөнсөләй, әммә буласаҡ килен менән танышыу сәғәте һуҡмай. Тиҙҙән улы билдәһеҙ ваҡытҡа командировкаға ебәреүҙәрен хәбәр итә. “Исеме Таня, Мәскәүҙән”, – ошонан башҡа мәғлүмәткә эйә булмаған яҡындары Тамерланды һуңғы юлға оҙатҡанда дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән бәйләнешкә сыға, уның һәләк булыуын әйтә алмауы өсөн өҙгөләнә.

Хәрби командировкалағы егетенең оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмауы Таняны ла һағайта. Интер­неттың эҙләү юлына үҙе өсөн ҡәҙерле исем-шәрифте яҙа һәм район башлығы И.Т. Нафиҡовтың битләүендәге Тамерландың ба­тырҙарса һәләк булыуы тураһындағы яҙ­маға юлыға. Бөтә кисерештәрен “Тамерла-а-ан!” тигән ҡыҫҡа ғына комментарийға һый­ҙырып, ҡәберен булһа ла күреп ҡайтыр өсөн юлға йыйына. Әсәһе ҡайғынан бөгөлгән ҡы­ҙын алыҫ юлға, бер танышы булмаған ят төбәккә яңғыҙын ебәрмәй, икеһенә билет ала­лар. Ә был ваҡытта Тамерландың һеңле­һе, баяғы комментарийҙы күреп ҡалып: “Таня?! Мәскәүҙән Таня был һинме?” – тип яуап яҙа...

Асҡарҙа илашып осрашалар. Ҡайтыр яҡ­ҡа билеттарын кире тапшыртып, әсәле-ҡыҙ­лы икәүһен ике көнгә Асҡарҙа ҡалырға өгөт­ләп, Тамерландың туғандары менән таныштырып оҙаталар. Октябрь башында РФ Оборона министрлығы 200 һалдат әсәһенә Кав­казға сәйәхәт ойоштора. Шунда Таня һәм уның яҡындары, Айгөл Милләт ҡыҙын Мәс­кәү­ҙә ҡаршылап, үҙҙәрендә ҡунаҡ итеп ҡайтара.

 

Батыр исеме онотолмай

 

Дәүләт һәм республика етәкселеге тара­фынан махсус хәрби операцияла һәләк бул­ғандарҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар һәм яр­ҙам күрһәтелә, егеттәрҙең исемдәрен мәңге­ләштереү буйынса ла аныҡ эштәр башҡа­рыла.

Быйыл 1 сентябрҙә Асҡар ауылындағы Т. Кусимов исемендәге гимназияла Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың яҡты иҫтә­легенә арнап таҡтаташ асылды. Был сарала республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡат­нашты. Әлеге ваҡиғанан теүәл бер ай ал­да, 1 августа, Башҡортостан Башлығы батыр­ҙың әсәһенә улының “Алтын Йондоҙ”он тапшырғайны.

– Бөгөн башҡорт халҡының данлы улы Таһир Кусимовтың исемен йөрөткән гимназияла Ватаныбыҙ һаҡсыһы, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа иҫтәлекле таҡтаташ асабыҙ, – тигәйне сығышында Радий Фәрит улы. – Тамерландың командирҙары менән аралаштым. Барыһы ла уның иҫ киткес ҡыйыу кеше булғанын билдәләне, туған­дарына һәм яҡындарына сикһеҙ хөрмәтен белдерҙе. Беҙ Тамерлан Илһамовты һәм уның батырлығын онотмаясаҡбыҙ. Тыуған ил һаҡсыларына мәңгелек дан!

Ноябрь аҙағында билдәләнгән Әсә көнө алдынан баш ҡалабыҙға саҡырылған хөрмәт­ле, лайыҡлы әсәләр араһында Тамерландың ғәзиз кешеһе – Айгөл Милләт ҡыҙы ла бар ине. Уға республика Башлығы ҡаһарман ул, ысын Ватан һаҡсыһы тәрбиәләп үҫтергәне өсөн рәхмәт белдереп, “Ата-әсә ҡаҙанышы” миҙалын тапшырҙы. Айгөл апай Тамерландың иҫтәлегенә Өфө янындағы Алкин ҡасабаһында урынлашҡан “Патриот” паркының геройҙар аллеяһына исемле шыршы ултыртырға ла барып ҡайтты.

Әлеге ваҡытта Т. Кусимов исемендәге гим­на­зияла Герой кабинеты асырға әҙер­ләнәләр. Унда Тамерландың хәрби юлын, наградаларын сағылдырған Герой партаһы ла ҡуйыласаҡ. Райондың Балалар һәм үҫ­мерҙәр спорт мәктәбе етәкселеге иһә батыр иҫтәлегенә спорт ярышы уҙғарыу планын әҙерләгән.

Ауыр мәлдә арҡа терәрлек туғандары, ҡайғыһын баҫыр балалары булыуы менән бәхетле Айгөл Шакирова. Әсәһе Сара Сабит ҡыҙы, һеңлеләре Әлиә һәм Ғәлиә, балалары Гөлиә һәм Айнур менән бергәләп Красно­знаменскиҙағы хәрби часта ла булып ҡайт­ҡандар. Унда махсус хәрби операцияла ҡат­нашҡан ПВО яугирҙәренә мемориаль комплекс һәм штабта Тамерлан Илһамов менән Рехбер Гюляхмедов хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыуға арналған митингта ҡатнашҡандар. Тамерлан, Рехбер һәм механик-водитель булған йәш кенә егеттең ғүмере өҙөлгән хәрби машинаның снаряд ярсыҡтарынан йәнселеп бөткән ишеге һәйкәл булып ҡалҡҡан. Казармала ҡыйыу егеттәргә арнап, дан мөйөшө булдырылған. Әйткәндәй, тантанала Истра ҡалаһынан йәш армиясылар ҙа ҡатнашҡан. Был класс башҡорт батыры Тамерлан Илһамовтың исемен йөрөтә.

Айгөл Шакирова хәсрәтле сағында иғти­бар­ҙан өҙмәүҙәре өсөн рәхмәт әйтә. “Төрлө сараларға саҡырып торалар. Ҡайғым яңырып, илап ҡайтһам да, улым тураһында яҡты хәтер йәшәүенә ҡыуанам”, – ти ул. Улының Герой йондоҙон ҡулына алғанда, йөрәген ниндәй кисерештәр солғауын әсә үҙе генә белә. “Бала ҡайғыһы бирмәһен Хоҙай, ә уны күргәндәргә сабырлыҡ теләйем”, – ти ул, донъяға тыныслыҡ теләп.

 


Гөлнара КҮСӘРБАЕВА

Әбйәлил районы.

Читайте нас: