Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:
"Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Ошо йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ҡайһы бер ҡарарҙарға үҙгәрештәр индерҙек. Улар нигеҙендә хәрбиҙәр хаҡында нығыраҡ хәстәрлек күреләсәк.
Беренсеһе — шифаханаларҙа дауаланыу. Киләһе йылдан ошо учреждениеларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың һаулығын яҡшыртыу өсөн ҡаҙнанан 100 миллион һум самаһы аҡса бүленәсәк. Уларға дауаланыу уңайлы булһын өсөн шифаханаларҙа резерв палаталар һанын арттырасаҡбыҙ. Ғариза биреү тәртибе һәм хәрбиҙәрҙе ҡабул итергә әҙер булған шифаханалар исемлеге киң мәғлүмәт сараларында донъя күрәсәк.
Икенсенән, махсус хәрби операцияла булған граждандарға номиналь хаҡы 50 мең һум булған уҡыу таныҡлығы биреләсәк, уны файҙаланып, һөнәри әҙерлек үтә аласаҡтар. Ошо маҡсатта 20 миллион һум аҡса һалынған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға — 200, граждандарҙың башҡа категорияларына 500 танытма биреләсәк.
Республиканың хеҙмәт баҙары ярайһы тотороҡло булыуға ҡарамаҫтан, эш биреүселәр һәм инвесторҙар кадрҙарға ҙур ихтыяж кисерә. Беҙгә уны ҡәнәғәтләндереү мөһим, һөнәрен алмаштырырға теләүселәрҙе яңынан уҡытыуҙы ла күҙ уңында тоторға тейешбеҙ".
Фото: alshvesti.ru