Йәмғиәт
13 Декабрь 2022, 16:30

Радий Хәбиров - һөнәри әҙерлек үҙәгендә

Киләһе йыл меңгә яҡын кешене пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итергә өйрәтәсәктәр.

Радий Хәбиров - һөнәри әҙерлек үҙәгендәРадий Хәбиров - һөнәри әҙерлек үҙәгендә
Радий Хәбиров - һөнәри әҙерлек үҙәгендә

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгендә булды. Был үҙәк 2019 йылда "Йәш профессионалдар" федераль проекты сиктәрендә конкурс һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса булдырылды. Проектты тормошҡа ашырыуға 62 миллион һум аҡса йәлеп ителә, шул иҫәптән Рәсәй Хҡкүмәте 51 миллион һум йүнәлтә.

Башҡортостан Башлығы үҙәктең эше менән танышты, уның нигеҙендә һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышын үткәрҙе.

Сара барышында үҙәк директоры Кира Ғәлләмова әйтеүенсә, уның нигеҙендә иң популяр, яңы һәм заман талаптарына яуап биргән һөнәрҙәр буйынса уҡыуҙар һәм әҙерлек курстары үтә. 2022 йылда бында 2583 уҡыусы белем алған.

- Беҙҙең өсөн иң әһәмиәтлеләренең береһе — "Киләсәккә билет" проекты, уның сиктәрендә колледждарҙа уҡыусылар өсөн һөнәри әҙерлек дәрестәре үткәрелә, артабан ниндәй юлдан китергә кәрәклеге аныҡлана. Проект һөҙөмтәләре буйынса район һәм ҡалаларҙа студенттар өсөн ниндәй һөнәрҙәр ҡыҙыҡлыраҡ икәнен күрәбеҙ, - ти Кира Ғәлләмова.

Башҡортостан Башлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле студенттарҙы уҡытыу өсөн йыһазландырылған залда булды. Бында махсус тренажерҙар ҡуйылған, шөғөлләнеүселәр яңы һөнәрҙәр алыу мөмкинлегенә эйә.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл Рәсәй буйынса эшләгән ошондай 59 учреждение араһында Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге беренсе урынға сыҡҡан.

Күптән түгел үҙәк пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу программаһы буйынса эш башлап ебәргән. Был йүнәлештә әлегә 30 кеше шөғөлләнә. Проект Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы менән берлектә тормошҡа ашырыла. 2023 йылда пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүгә 1000-гә яҡын белгес әҙерләү планлаштырыла.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Радий Хәбиров - һөнәри әҙерлек үҙәгендә
Радий Хәбиров - һөнәри әҙерлек үҙәгендә
Радий Хәбиров - һөнәри әҙерлек үҙәгендә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас