Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2022, 18:00

Сәскәйҙәрем толом-толом... түгел шул хәҙер

Тоноҡланып, ҡойола башлаған сәстәрҙе нығытыу өсөн һыналған ысул.

Сәскәйҙәрем толом-толом... түгел шул хәҙер
Сәскәйҙәрем толом-толом... түгел шул хәҙер

Ҡышҡыһын баш кейемендә йөрөгәнлектән, шулай уҡ организмда витаминдар етмәй башлаһа, сәс йоҡарып, тоноҡланып китә. Уны нығытыр өсөн, төрлө витаминдар эсеү менән бергә, маскалар эшләү ҙә кәрәк. Бының өсөн ысынлап һыналған, иң мөһиме һөҙөмтәле, шул уҡ ваҡытта бик ябай ысул тәҡдим итәбеҙ.

Маска эшләү өсөн беҙгә бер йомортҡаның һарыһы, бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ дегәнәк майы (репейное масло), бер балғалаҡ зәйтүн майы кәрәк буласаҡ.

Уларҙы бер һауытҡа һалып, тоҙ иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Артабан килеп сыҡҡан ҡатнашманы яҡшылап сәс төптәренә һылайбыҙ. Башты йылыла тотор өсөн полиэтилен моҡсай кейеп, өҫтөнән башлыҡ кейеп йә яулыҡ ябынып ҡуябыҙ.

Бер сәғәт тирәһе тотҡандан һуң йомшаҡ шампунь менән йыуып төшөрәбеҙ. Был масканы аҙнаһына бер тапҡыр эшләп торһаң, һөҙөмтә көттөрмәй. Сәс ҡойолоуҙан туҡтап, ҡуйырып үҫеп китә.

Фото pixabay.com

Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас