Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2022, 16:04

Шулай үҫә балалар

Иң мөһиме – яҡшы кеше булыу.

Һеҙ фотоһүрәттә күргән егет – Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбенән VIII “Б” класы уҡыусыһы Мәлик Вәлиев, ә уның янында барыбыҙ ҙа белгән һәм хөрмәт иткән абруйлы шәхесебеҙ – Мәрйәм Бураҡаева. 

Мәлик күп балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. “Ғаиләбеҙ ҙур ғына: апайым Ынйыгөл, һеңлем Миңлегөл, атайым Руслан Рәхмәтулла улы, әсәйем Яҙгөл Нәғим ҡыҙы”, – тип таныштырҙы ул яҡындары менән. Вәлиевтәр балаларына матур мәғәнәле исемдәр һайлап ҡына ҡалмаған, уларҙы бәләкәйҙән тәрбиәле, милли рухлы итеп үҫтереүгә, һәләттәрен асыуға ҙур иғтибар бүлгән.

Мәлик – уҡыу алдынғыһы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, белем усағында үткән сараларҙың иң әүҙем ҡатнашыусыһы. Ул айырыуса шиғыр һөйләргә ярата, республика кимәлендәге конкурстарҙа ла даими еңеү яулай, ҡурайҙа ла матур уйнай, быйыл иһә “Йыл уҡыусыһы” булып танылған.

Әле һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткән фотоһүрәттәрҙең айырмаһы – дүрт йыл. Ошо ваҡыт эсендә Мәлик һөйкөмлө малайҙан ысын баһадир егеткә әйләнгән. Бына шулай үҫә инде балалар!

– Мәрйәм инәй менән тәүге осрашыуым 2018 йылдың 28 мартында Әлшәй районының Раевка ауылында “Башҡортостан ынйылары” конкурсында булды. Беҙ, 2-се урта мәктәп уҡыусылары, уҡытыусыларыбыҙ менән Баймаҡ ҡалаһының һәм районының данын яҡлап, лайыҡлы сығыш яһап, беренсе урын алып ҡайтҡайныҡ. Тәүге фотоны шунда төштөм. Ә бына быйыл, 2022 йылда, Ейәнсура районының Сөләймән ауылында ойошторолған “Йәйләү” профилле лагерында тағы осрашырға яҙҙы, – фотоһүрәттәрҙең тарихы менән таныштырҙы шәп егет. – Дүрт йыл ваҡыт үтһә лә, Мәрйәм инәй мине таныны. “Таһир менән Зөһрә” кисәһенән һуң матур итеп аралашып, фотоға төштөк. Шуныһы ҡыҙыҡ: Мәрйәм инәй менән әсәйемдең тыуған көндәре тап килә, икеһе лә 27 мартта тыуған. Рухлы, аҡыллы ағинәйебеҙҙе әсәйем кеүек яҡын күрәм.

Мәлик, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләп, яҡты уй-ниәттәргә ынтылып йәшәй. “Әлегә кем булырымды, ниндәй һөнәр һайларымды хәл итмәгәнмен. Иң мөһиме – яҡшы кеше, Тыуған илемә, ғәзиз Башҡортостаныма кәрәкле шәхес булыу”, – тине ул.

Тырыш, уңған, рухлы егеткә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Хыялдарыңды тормошҡа ашырып, маҡсаттарыңа өлгәшеп йәшә, Мәлик!


Г. ВАРИСОВА

Читайте нас: