Ошо ғибрәтле мәҡәлә бер ағайҙың тормошона туранан-тура бәйле. Бер төрлө йәлләп, ҡыҙғанып тыңланым мин уны. Гәзит уҡыусыларға тәҡдим итеүем, бәлки, фәһем булыр.
– Юлдан яҙыу оҙаҡ түгел икән. Үҫмер саҡта бөгөнгө аҡылым булһамы, тип уйлап ҡуям. Юҡ шул, тормош тәжрибәһен туплар өсөн ваҡыт, төрлө ҡатмарлы хәл-торошто кисерергә кәрәк. Иллемде тултырҙым, улым, ҡыҙым, ейәнсәрем бар. Ҡатынымды ике йыл элек ер ҡуйынына һалдым. Ауыр юғалтыу мине ныҡ ҡаҡшатты. Әммә көс таптым, балаларым хаҡына үҙемде тыйып торам. Нимәнән тиһегеҙме? Йәшлек дыуамаллығы менән тәмләгән үлем онтағынан. Мин наркоман инем...
Етеш, матур йәшәгән ғаиләлә үҫтем. Кеше үтә рәхәткә лә сыҙамай, тиҙәр бит. Эскесе ата-әсә менән йәки юҡлыҡта, кеше тупһаһында ыҙа сигеп донъя көткән балаларҙың насар ғәҙәтте үҙләштереүе аңлашыла. Ә минең осраҡта нимә һуң? Алйотлоҡ. Тотанаҡлығым булмаған, кеше нимә эшләй, шуны ҡабатларға яратҡан, “юҡ” тип әйтә белмәгән бәндәмен.
Үҫмерлек осорон ныҡ ауыр кисерҙем. Донъянан йәм, йәшәүҙән мәғәнә тапманым, ни өсөн тыуғанымды ла аңламаным. Тормоштағы барлыҡ күренештәр ялҡытты, һәр нәмә миндә ытырғаныу хисе уятты. Бөтә йәшәйеш бер спектакль булып күренде. Һөнәр алайым тигән маҡсатым да, киләсәккә аныҡ ҡына планым да юҡ ине. Атай-әсәйемде күрә алмай башланым. Нимә әйтһәләр ҙә, ҡаршы өндәштем.
Ишәк ишен таба тигәндәй, үҙем шикелле донъяға битараф дуҫтар таптым. Йыш ҡына бергә йыйылып күңел аса, спиртлы эсемлектәр һемерә башланыҡ, тәмәкене инде әйтеп тораһы ла түгел.
Әсәйемдең, түгелеп илап, минең менән төрлөсә һөйләшеп ҡарағаны иҫтә. Миңә, үҙ һүҙле, баш бирмәҫ, боҙоҡ кешегә, уның күҙ йәше асыуға тейә ине. Тора-бара өлкәнерәк “крутой” егеттәр менән аралаша башланым. Шул саҡта татыным да инде наркотиктың тәмен. Аҙаҡ, аҡса күберәк кәрәккәс, уғрылыҡ юлына баҫтым. Ике йыл колонияла ултырып сыҡтым. Ғүмеремдең шул осорон иҫләгем дә килмәй.
Тамам кешелектән сығып, боҙоҡлоҡ һаҙлығына батып барғанда аварияға эләктем. Киҫәкләп тигәндәй йыйып алды табиптар. Байтаҡ ваҡыт комала ятҡанмын. Тәнем иҫһеҙ булһа ла, үҙем бик ғәжәйеп мөғжизәгә юлыҡтым. Уны нисек аңлатырға ла белмәйем. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Имеш, иҫ китмәле матур урындамын икән. Бөтә ер эре тажлы сәскәгә күмелгән, бығаса ишетмәгән ҡоштар тауышы яңғырай. Хайран ҡалып йөрөйөм. Ундағы һауа һулап туйғыһыҙ.
Бер заман ҡаршыма яҡты нур бөркөп торған ҡыҙ килеп сыҡты. Моңло, яғымлы тауыш менән исемемде әйтте. Мине ҡайҙан белеүен һораштым. Ул ихлас йылмайҙы ла бөтә үткән тормошомдо һөйләп бирҙе. Үҙенең кемлеген һорайым. Ҡыҙ өндәшмәй. Ваҡыты еткәс белерһең, ти. Әйткән һүҙҙәре ҡолағыма һеңеп ҡалды: “Һин ни өсөн тыуғаныңды аңламай үлем менән шаяраһың. Үлеүе оҙаҡ түгел ул, аҙаҡ ҡайҙа эләгереңде уйла. Әле табиптар һине терелтергә тырыша. Ә һин бында, әҙәм күрмәгән донъяла, йөрөйһөң. Мәңгелек йәшлек, матурлыҡ, таҙалыҡ донъяһында. Ҡырҙараҡ тағы береһе бар. Унда мәңгелек ут, илаш, әрнеү. Күңел бысраҡлығын ялҡында ҡыҙҙырып таҙарталар. Йәшәү рәүешеңде үҙгәртмәһәң, урының шунда булыр”.
Һылыуҡай күҙҙән юғалды, ә мин айнып киттем. Эргәмдә шәфҡәт туташы урала. Бөтә тәнем емерелеп ауырта. Башымдан теге ҡыҙ сыҡмай. Нисек аңлатырға ла белмәйем, әммә мине үҙгәртеп ҡуйҙылармы ни. Үҙемдән-үҙем икенсе кешегә әйләнә башланым. Белем алдым, ғаилә ҡорҙом, тик һөйөклө ҡатынымды юғалтыуы ауыр. Күңелде баҫыр өсөн бысраҡ уйҙар башымда оялап ҡарай, әммә теге ҡыҙ күҙ алдыма килә лә баҫа. Фәрештәме ул, Хоҙай ҡөҙрәтеме, кем белһен...
Әлиә ӘМИРОВА
Мәләүез районы.