Йәмғиәт
13 Декабрь 2022, 17:00

Яугир өсөн иң ҡәҙерлеһе - өйҙән килгән сәләм

Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙгә сираттағы ярҙам алып барып еткерелде.

Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановтың сәхифәһенән:

“Фронт һыҙығына мобилизацияланған һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам килтерҙек. УАЗ һәм "Ваз-2104" автомобилдәрен, аҙыҡ-түлек, шәхси посылкалар тапшырҙыҡ. Шулай уҡ яугирҙәребеҙ янына Красный Луч ҡалаһында эшләгән табиптарыбыҙ килде.

Өсөнсө батальон командиры Илдар Насировтың блиндажда төшөргән видеояҙмаһы менән уртаҡлашам. Илдар - яҡташыбыҙ, Күгәрсен районы хәрби комиссары урынбаҫары булып хеҙмәт иткән.

Бөтә коммуникациялар, республиканың был батальонға һәм полкка ярҙамы уның батальоны аша үтә. Доставалов һәм Шайморатов батальондарына кәрәкле әйберҙәр килтерҙек. Улар менән бер рәттән мобилизацияланғандарҙың барыһы ла кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин ителә. Ошо көндәрҙә генә полк командирына тағы ла бер транспорт сараһы тапшырасаҡбыҙ.

Беҙҙең ротаны үҙ эсенә алған батальон Владимир, Пенза, Ульяновск өлкәләре яугирҙәренән тора.

Беҙ уларға яҡташтарыбыҙға кеүек үк ярҙам итәбеҙ. Был яугирҙәргә нимә кәрәк икәнлеген белдек, посылкалар йыясаҡбыҙ.

Барлыҡ шәхси посылкалар яугирҙәргә барып етте, борсолмағыҙ; фронтта иң ҡәҙерлеһе – өйҙән килгән яңылыҡтар, һөйөклө ҡатыныңдан, балаларыңдан, әсәйең менән атайыңдан, апай-энеңдән йылы һүҙҙәр, сәләмдәр алыу.

Бөтә яугирҙәрҙең кәйефе көр. Һалдаттар үҙ эшен атҡара.

Әйткәндәй, һәр ерҙә ҡәтғи тыйыуҙар бар – стакандарҙа ҡәһүә һәм сәй!”

Фото: А. Абрахмановтың сәхифәһендәге видеонан скриншот.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас