Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2022, 09:00

Хыялындағы йортон төҙөгән

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Илшат Игебаевты барыһы ла алтын ҡуллы оҫта булараҡ белә.

Хыялындағы йортон төҙөгән
Хыялындағы йортон төҙөгән

Бөгөн күпселек ауылдарҙа күркәм йорттар төҙөп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, үҙ эшен асҡан йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Тап шундай уңған һәм дәртле ғаилә башлығын Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында осраттыҡ.

Тәүҙә үк уның яңыса төҙөлгән бик мөһабәт йорто иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Һоҡланыуыбыҙҙы күреп, Илшат Игебаев: "Хыялымдағы йортто, ниһайәт, эшләп бөттөм. Быйыл икенсе йыл йәшәйбеҙ", - тине һәм беҙҙе үҙенең оҫтаханаһына алып инде.

2007 йылда Байғусҡар ауылында йыһаз яһап үҙ эшен асҡан йүнселдең бөгөн район үҙәгендә үҙенең мебель цехы, магазины бар.

Теләүселәргә зауыҡлы бүлмә йыһаздары, аш-һыу бүлмәһе өсөн гарнитурҙар, карауат, өҫтәлдәр - барыһын да эшләй улар. Күберәк  эштәр заказ буйынса ҡабул ителә, үҙҙәре үк барып мебелде урынлаштырып та ҡайта.

Хәйбулла районының уңған егете хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡтарҙа ла алтын ҡуллы оҫталар бар икән, беҙгә хәбәр итегеҙ. 

Автор фотолары.

Хыялындағы йортон төҙөгән
Хыялындағы йортон төҙөгән
Хыялындағы йортон төҙөгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: