Кисә Баймаҡ районынан биш һәм унан да күп бала тәрбиәләгән дүрт әсә - Кристина Арманшина, Эльвира Нарынбаева, Альбина Үлйәбаева һәм Татьяна Хәсәнова «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.
Күп бала тәрбиәләгән әсәләргә бүләкте район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Айнур Кәримов тапшырҙы.
- Һеҙ үҙегеҙҙе изге әсәлек хеҙмәтенә бағышланығыҙ. Һәм һеҙҙең төп маҡсатығыҙ - ғаилә усағын нығытыу. Артабан балаларығыҙ үҙ уңыштары менән ҡыуандырһын. Барығыҙға ла иң тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ һәм иң изге теләктәр юллайым. Был наградаларҙы ғорур рәүештә йөрөтөгөҙ, - тине Айнур Басир улы.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.