Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2022, 14:20

Радий Хәбиров Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды

Был көндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар ҙа тапшырылды.

Радий Хәбиров Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды

Бөгөн Өфөлә Башҡорт теле көнөндә республика Башлығы Радий Хәбиров мәшһүр мәғрифәтсе шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалды. Скульптур композиция Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу корпусы алдында ҡуйылған.

Мәғлүм булыуынса, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәйне. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылған был иҫтәлекле көн бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала.

– Хөрмәтле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар!

Һеҙҙе Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым. Был байрам күптән түгел, бер нисә йыл элек кенә булдырылды. Башҡорт теле – милләт теле, туған тел, халҡыбыҙҙың байлығы икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға күрә беҙ уға ҙур иғтибар бүләбеҙ, бөгөн һәм башҡа көндәрҙә төрлө саралар үткәрәбеҙ. Үҫһен һәм һаҡланып ҡалһын өсөн башҡорт теле модала булырға, йәштәр башҡортса һөйләшергә, уны өйрәнергә тейеш. Бөтәгеҙҙе лә ошо иҫтәлекле көн менән ҡотлайым”, – тине төбәк Башлығы үҙенең сығышында.

Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар ҙа тапшырҙы. Уларҙы йыл һайын Башҡортостан Хөкүмәте юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттарына уҡыуҙағы һәм ғилми эшмәкәрлектәге уңыштары өсөн тәғәйенләй. Быйыл стипендияға Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Айгүзәл Мортаева, Юлиә Буракова һәм Сюзанна Аракелян лайыҡ булды.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Радий Хәбиров Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: