Кисә уларҙың оло ярҙамсыһы, ҡурсалаусыһы - журналист Рәмзиә Кәримова үҙенең сәхифәһендә ҙур шатлығын уртаҡлашты.
"Йә, Хоҙай! Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тип, теләгәнемде бирҙең бит! Шулай итеп, дуҫтар, ур-ра-а-а-а! Минең Ҡунаҡҡоловтарыма газ үткәрергә кеше табылды! Ул йәш, шәп эшҡыуар, Әбйәлил егете АЙТУҒАН ФӘТТӘХОВ! Йорттар төҙөү, газ үткәреү менән шөғөлләнә. Хәйриә эшмәкәрлеген даими алып бара.
Айтуған бөгөн Йәнекәй ауылына барып егеттәр менән танышты. Зәңгәр яғыулыҡ һуҙыуға сығымдарҙы иҫәпләне. Проекты, эше, кәрәк-ярағы менән бергә 200 мең һум тирәһе талап ителә.
Айтуған төп сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға уйлай. Өҫтәүенә үҙе һымаҡ йәш, ярҙамсыл дуҫтарын да йәлеп итергә ниәтләй. Әлбиттә, мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамынан да баш тартмайбыҙ. Ҡунаҡҡоловтар үҙҙәре лә пенсияһын газ тип төйнәп тора.
Шунан ошо хәлде Яңы йыл мөғжизәһе тимәй, нимә тип әйтәһең! Ысын-ысындан мөғжизә!!!" - тип яҙған ул.
Афарин! Ошондай изге күңелле кешеләр барҙа Ҡунаҡҡоловтар йәшәү уңайлыҡтарына тулыһынса эйә булыр, иншаллаһ. Ил төкөрһә - күл була!
Фото: А. Фәттәховтың шәхси архивынан.