Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2022, 18:00

Тибендәге 14 йылҡыны урлағандар

Бурҙар вәхшиҙәрсә ҡыланған...

Тибендәге 14 йылҡыны урлағандар
Тибендәге 14 йылҡыны урлағандар

 Иглин районының Ҡаҙанташ ауылында билдәһеҙ әҙәмдәр тибендә йөрөгән йылҡы өйөрөн ҡыуып алып киткәндәр, тип хәбәр итә «Башҡортостаным/яңылыҡтар» порталы.

Фермалағы мал ҡараусы, аттарҙың юҡлығын шәйләп, уларҙың эҙе буйлап төшкән. Юғалған урындан 20 саҡрым алыҫлыҡта - Михайловка ауылы янында табылған малҡайҙар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурҙар вәхшиҙәрсә ҡыланған: һигеҙен атып үлтергәндәр, ә ҡалғандарын тураҡлағандар…

Был енәйәт һөҙөмтәһендә агрофирмаға 1,5 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. Әле ат ҡараҡтарын эҙләү башланған.

Фото: Башкирия online.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: