Бөгөн һәр ауыл һәм районда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе генә түгел, ә әрме сафын тултырып ҡайтҡан һалдаттарҙы ла тотош ауыл менән ҡаршылайҙар, уларҙың имен-һау тыуған яғына ҡайтыуы ҡыуаныслы оло ваҡиға. Ә инде бигерәк тә Украина сигендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандарға иғтибарҙың бермә-бер артыуын бер кемгә лә аңлатыу кәрәкмәйҙер.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында йәшәгән Гөлфиә һәм Заһир Сәғәҙәтовтарҙың ҡыуаныстары сикһеҙ ҙур. Уларҙың улдары Илнур әрме хеҙмәтен тамамлап. тыуған яҡына ҡайтты. Был хаҡта Өмөтбай ауылы мәҙәниәт йорто төркөмө хәбәр итә.
"Учебка"нан һуң Украина сигенә ебәрелеп, күпме борсолоу, йоҡоһоҙ төндәр.... яман төш булып ҡына ҡалһын. Мөхәббәтле ғаиләлә тыуып, көтөлгән ҡәҙерле бала, ҡурсаулы йән киҫәге булып ҡыуанып ҡайтты улыбыҙ. Илнурыбыҙға бәләкәй нәмәләрҙән дә йәм тойоу өсөн оло һынау булды.
Туғандары, ата-әсәһе һағыныуҙың, көтөүҙең тәмен, ғаиләнең ҡәҙерен белде. Һеҙгә шатлыҡтары күберәк булған бәхетле тормош, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ, ауыр саҡта бергә булған туғандарға, күршеләренә, бер туҡтауһыҙ борсолоп торған дуҫтарға, коллегаларға рәхмәт. Шылтыратып һәр ваҡыт хәл белгән ауылдаштарға ҙур рәхмәт!
Мобилизация иғлан ителгәс, кешеләр борсола башланы. Ә әсәләрҙең улдары өсөн ҡайғырып йоҡлай алмауҙары... Балаҡай нимәләр генә кисермәне... Шөкөр, улыбыҙ үҙ аяҡтарында ҡайтып төштө. Тау башынан гармундар менән оҙатҡайныҡ, әле лә тотош ауыл менән гармун моңдары аҫтында ҡаршы алды уны ауылдаштары.
Егеттәребеҙ имен йөрөһөн, һәр ҡайһыһына ошолай бәхетле осрашыу минуттарын кисереп ҡыуанырға яҙһын!" - тип яҙғандар Өмөтбай ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә.
Һәр ата-әсәгә үҙ улдарын тап бөгөнгөләй ҡаршылап, ҡыуанып ултырырға насип итһен!
Фото һәм видео: Өмөтбай ауылы мәҙәниәт йорто.