2023 йыл Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип аталасаҡ. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһе барышында иғлан итте.
– Һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған төйәге бар. Унда тәүге аҙым яһағанбыҙ, мәктәпте тамамланыҡ. Мин ауылымда биш йыл йәшәнем, кемдер - ун, кемдер - егерме, кемдер ғүмер буйы шунда. Берәүҙәр ауылда, икенселәр ҡалала тыуған. Әммә мин аныҡ беләм: һәр кешенең үҙенең тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн ниндәйҙер яҡшы әйбер эшләү теләге бар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: кемдер - күберәк, кемдер - аҙыраҡ, ләкин бөтәбеҙ ҙә йәнтөйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ. Республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла уны юғары баһалар тип уйлайым. Бөгөн республика Башлығы Хакимиәтенән тейешле указды әҙерләүҙе һорайым һәм уға ҡул ҡуям, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".