Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итте. Уны депуттар менән бергә власть органдары вәкилдәре, йәмәғәтселәр, ғалимдар, дин әһелдәре һәм башҡалар тыңланы.
Мөрәжәғәтнамәнең ҙур ғына өлөшө махсус хәрби операцияға ҡағылды.
– Беҙ һынылыш осоронда, донъя тәртибе үҙгәргән ваҡытта, беҙгә дошман булған коллектив Көнбайыш менән асыҡ ҡаршылыҡ ваҡытында йәшәйбеҙ. Илебеҙгә, барыбыҙға ла ҙур баҫым яһала, бығаса булмаған санкциялар ҡабул ителә. Әммә беҙ һеҙҙең менән аяҡта ныҡлы торабыҙ, сөнки беләбеҙ: дөрөҫлөк – беҙҙең яҡта! Беҙҙең менән үҙенсәлекле рухи көс тә бар – ата-бабаларыбыҙҙан васыят ителгән Ватанға һөйөү, уны яҡларға әҙер булыу. Владимир Владимирович Путин ҡарамағындағы хәҙерге Рәсәй донъяла элекке абруйын кире ҡайтарҙы. Яңы союздаштар һәм партнерҙар таба. Хәрби һәм иҡтисади ҡеүәтте үҫтерә. Яңынан бөйөк державаға әүерелә, ғәҙеллекте һәм күп полярлы тыныслыҡты һаҡлай, - тине Радий Хәбиров үҙ сығышында.
Мөрәжәғәтнамәне тыңлаусылар араһында “БР Ветерандар ойошмалары берләшмәһе” ассоциацияһы рәйесе, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы советы рәйесе Хәйрәт Таҡтаев та булды. Ул беҙҙең менән фекерҙәре тураһында уртаҡлашты.
– Йыл һайын Башлыҡтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлайым. Быйыл ул бик көслө булды тип иҫәпләйем. Радий Фәрит улы иң башта уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү темаһынан башланы. Беҙҙең башҡорт халҡында патриотизм бик көслө. Ҡаһармандар рухы элек-электән килә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла, Афған, Чечня яуҙарында ла башҡорттар айырылып торған. Бөгөн дә республикабыҙ егеттәре өс батальонға берләште. Бындай һанды күп төбәктәр бирә алмай әле. Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәр ҙә күтәренке рух менән юлланды һәм батырлыҡ күрһәтә башланы. Геройҙар, дәүләт наградалары алған егеттәребеҙ бихисап. Ғөмүмән, еүеү өсөн халыҡ, эшҡыуарҙар, предприятиелар, тотош республика берләште. Егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә бөтәһе лә ярҙам итә. Беҙ тарихыбыҙ менән генә түгел, бөгөнгөбөҙ, берҙәмлегебеҙ менән дә ғорурланабыҙ.
Автор фотоһы.