Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2022, 16:10

Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

Юрий Бирюзов Туймазы районында эҙәрмәндәр хәрәкәтен етәкләй.

Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар
Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

Бөтә Рәсәй ватансылыҡ форумында “Патриот-2022” милли премияһы тапшырылды. Башҡортостандан Х.А. Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Юрий Бирюзов 13 номинацияның береһендә – “Остаз”да еңеү яуланы.

26 Хәтер вахтаһында ҡатнашҡан Юрий Бирюзов 2007 йылдан Туймазы районында эҙәрмәндәр хәрәкәтен етәкләй. Уның етәкселегендә эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 700-ҙән ашыу һалдаттың һәм командирҙың кәүҙә һөлдәһен тапты.

– “Остаз” – һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү, шулай уҡ балалар мәктәп археологияһы, унда йәштәрҙе, ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе йәлеп итеү кеүек төрлө йүнәлештәргә ҡоролған күп яҡлы проект. Башҡортостан етәкселеге ярҙамынан тыш, “Остаз” проектын тормошҡа ашыра алмаҫ инек, – тине Юрий Бирюзов.

Уның әйтеүенсә, “Патриот-2022” милли премияһында еңеү – үҙ иленең ысын патриоттары булған республика эҙәрмәндәренең ҡаҙанышы ул.

Быйыл премияны тапшырыу тантанаһы беренсе тапҡыр Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҙғарылды – ике ҡаланы телекүпер тоташтырҙы. Баш ҡалала – һигеҙ номинацияла 15 лауреат, Петербургта иһә биш номинацияла 10 лауреат бүләкләнде. Быйыл премияға бөтәһе 1200 ғариза бирелгән.

Фото: Юрий Бирюзов.

Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар
Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар
Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: