

"Әгәр эшмәкәрлектәре кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелмәһә, властың бөтә эшенең мәғәнәһе юғала һәм ғәҙел тәнҡит утына тотоласаҡ", - тине Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.
– Ә нимә ул лайыҡлы тормош шарттары? Был – эш, һәйбәт медицина, мәғариф, уңайлы мөхит, спорт һәм мәҙәниәт. Бөгөн республикала – яңы тарихта иң түбән эшһеҙлек кимәле. Әммә хәҙер беҙҙе башҡа нәмә борсой: күп предприятиеларҙа эшсе ҡулдар етешмәй. Ә бит беҙҙең сәнәғәт әүҙем үҫешә. Туймазыла, Нефтекамала, Октябрьскийҙа ҡеүәтле сәнәғәт узелдары барлыҡҡа килә. Шуға күрә төп бурыстарыбыҙҙың береһе – кадрҙар әҙерләү. Был республикабыҙ, иҡтисадыбыҙ, алға табан барыуыбыҙ өсөн мөһим, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, республикала хеҙмәт кешеһе үҙәктә булһын өсөн барыһын да эшләргә тейештәр.
– Яңы ғына беҙ Һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына йомғаҡ яһаныҡ. Урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү йәһәтенән ни тиклем яҡшы эшләүҙәрен билдәләнеләр. Әммә беҙ быйылғы йыл менән генә сикләнергә тейеш түгел, ә һәр ваҡыт бөтә ерҙә лә хеҙмәт кешеһенә хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ.
Ошо залда ултырған йәки һәр муниципалитетта мине тыңлаған коллегаларыма, етәкселәргә мөрәжәғәт итәм. Эшебеҙҙең үҙәгендә хеҙмәт кешеһенә, ғөмүмән, кешегә ҡарата ихтирам булырға тейешлеген һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Ошо хаҡта республикала эшләй башлағандан алып һөйләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уның белдереүенсә, төп бурыс – лайыҡлы эш хаҡы һәм хеҙмәт шарттары.
Башҡортостан Башлығы торлаҡ төҙөлөшө тармағына ҡарата ла фекерҙәрен әйтте. Быйыл республиканың төҙөлөш комплексы рекордлы өс миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереүгә яҡынлашты.
– Ләкин хәҙер быныһы ла аҙ. Беҙгә республика ҡалаларын үҫтереү өсөн яңы майҙансыҡтар тураһында уйларға кәрәк. Өфөнөң Ағиҙел аръяғына “ДОМ.РФ” аша 8,4 миллиард самаһы инфраструктура облигациялар займдарын йәлеп иттек тә инде һәм ошо перспективалы биләмәне күләмле үҙләштереүгә тотонабыҙ. Инфраструктура бюджет кредиттары сиктәрендә Өфөнөң Кузнецов затонында – социаль һәм юл инфраструктураһы, Нефтекамала коммуналь инфраструктура объекттары төҙөүгә 19,6 миллиард һум йәлеп иттек. “Стимул” программаһы сиктәрендә ҡалаларыбыҙҙа инженер һәм транспорт инфраструктураһын үҫтерәбеҙ. Шунһыҙ торлаҡты сафҡа индереү күләменең тиҙләтелгән үҫеше мөмкин түгел, – тине ул.
Радий Фәрит улы Хөкүмәткә һәм ҡала хакимиәттәренә төҙөүселәр менән эште уңайлы итеп ойошторорға, улар төҙөлөшкә рөхсәтте айҙар буйына көтмәһен өсөн эште тиҙләтергә ҡушты. Барыһы ла яҡшы итеп әҙерләнгән һәм бының өсөн нигеҙ бар икән, рөхсәтте бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ бирергә кәрәк, тине.
Киләһе йылда, төбәк Башлығы билдәләүенсә, “алданған өлөшсөләр” проблемаһын тулыһынса хәл итергә, ә 2030 йылға “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының маҡсатлы күрһәткесен үтәргә – йыл һайын дүрт миллион квадрат метр арзан һәм уңайлы торлаҡ төҙөргә тейештәр.
– Мохтаж граждандарға ярҙамды айырыуса көсәйтербеҙ. Быйыл ташламаға эйә булғандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә 3,4 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән 2,7 миллиарды – республика ҡаҙнаһынан. 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем сиратҡа баҫҡан етемдәр өсөн мөһим программа ҡабул ителде. 2,5 мең етем балаға торлаҡ бирҙек тә инде. Алдағы ике йылда 1775 етем бала торлаҡ аласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.