Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе, киләһе йылда төбәк-ара юлдар мәсьәләһе хәл ителәсәк, тине.
– Был эште башлап, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары халҡына 2023 йылдың яҙынан “Сибай - Аҡъяр” автомобиль юлын ремонтлай башлайбыҙ тип вәғәҙә бирәм. Эште 2024 йылда тамамларға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ Хөкүмәттән һәр муниципаль районға юлдарға ҡом һибеүгә унышар миллион һум аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотоуҙарын һорайым, – тине ул.
“Башҡортостанда бөтә ғәмәлдәр ҙә һөҙөмтәгә йүнәлтелгән. Беҙ бер ниндәй ҙә эшкә ашмаҫлыҡ вәғәҙәләр ишетмәнек. Башҡортостан Башлығы әйткән һәр һүҙен, нисек кенә ауыр булмаһын, тормошҡа ашырасаҡ”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина Мөрәжәғәтнамәнән һуң.
– Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе рухи, матди яҡтан да, аныҡ эштәр йәһәтенән дә нығытылған көслө сығыш булды. Беренсенән, илһөйәрлек темаһына ҙур иғтибар бирелһә, тыуған ереңә ҡарата һөйөүеңде белдереү юлдары тураһында ла әйтелде. Киләһе йыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде. "Атайсал" проекты ошо эштең башы ине. Хәҙер ул тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә дауам итәсәк тигән һүҙ. Икенсенән, инфраструктураны үҫтереүгә һалынған аҡса буйынса пландар ҡыуандырҙы. Бигерәк тә Урал аръяғы райондары юлдарын төҙөкләндереү мәсьәләһе шәп булды. Аҙна һайын тиерлек шул яҡ райондарҙа булам, юл менән проблемалар бар ине. Бөгөн Сибай, Аҡъяр халҡы өсөн ҡыуандым, уларға яңы юл һалынасаҡ. Радий Фәрит улы, ғаиләләргә ярҙам буйынса башҡарылған эштәр дауам итәсәк, тине. Был ҡоро һүҙҙәр түгел, һәр ҡарар бюджет менән нығытыла. Ғаиләне, балалыҡты үҫтереүгә ярҙам итеү өсөн бихисап сара эшләй. Йомғаҡлап шуны әйтәм: көсөбөҙ - берҙәмлектә. Һәр кем үҙ урынында тейешлеһен эшләһә, файҙа килтерһә – эш алға барасаҡ, - тине Гөлнур Ҡолһарина.
Фото Г. Ҡолһаринаның архивынан.