Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2022, 17:00

Шәп ғаилә һәм матур пар!

”Мин пандемияның тәүге көндәрендә эшҡыуарҙарҙың бер-бер артлы битлектәргә хаҡтарҙы арттырыуын күреп аптырағанда, Хиендың уларҙы бушлай таратыуын күреп һоҡландым”.

Шәп ғаилә һәм матур пар!
Шәп ғаилә һәм матур пар!

Благовещен ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар, күп балалы әсә Хиен Нгуен ханым тураһында йылы, ихлас һүҙҙәрҙе күп уҡыныҡ һәм ишеттек. Ире Дима менән улар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй.

“Беҙҙең магазинда ғаилә өсөн бөтә кәрәкле кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, уйынсыҡтар, һауыт-һаба етерлек. Әлеге ваҡытта һәр кем теләгәнен һатып ала ла, кейә лә алмай. Ҡайһы берәүҙәрҙең ябай ғына, арзан әйберҙәрҙе алырға ла мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә беҙ ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә ярҙам итәбеҙ һәм уның өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмәйбеҙ. Изгелек эшләү үҙе һинең өсөн бүләк ул. Яҡшылыҡ ҡылғандан һуң кәйеф күтәрелә,күңел йылына”, – ти күп бала әсәһе.

Ул иң ауыр мәлдәрҙә  яҡташтарына ярҙамға килә. Мәҫәлән, янғын арҡаһында бәләгә тарыған ғаиләгә матди  ярҙам күрһәткән. “Конкурстар ойошторғанда Хиен беҙгә ҙур теләк менән булыша, матур бүләктәр алыша, – тип яҙа “Панорама” ҡала гәзите.  – Иң бәләкәй генә изгелектәр ҙә күңелдә яҡшы тойғолар уята. Һүҙ бында финанс ярҙамы тураһында ғына бармай”.

Благовещен халҡы үҙҙәрендә ошондай матур пар йәшәгәненә һоҡланып бөтә алмай.”Бик ярҙамсылдар, асыҡ, ихлас  пар!” –ти берәүҙәр. ”Мин пандемияның тәүге көндәрендә эшҡыуарҙарҙың бер-бер артлы битлектәргә хаҡтарҙы арттырыуын күреп аптырағанда, Хиендың уларҙы бушлай таратыуын күреп һоҡландым!” – тип иҫкә төшөрә Фәриҙә С. “Беҙҙең заманда шундай игелекле кешеләрҙең булыуы ҡалай шәп!”– тип өҫтәгән Светлана О. социаль селтәрҙәге яҙмала.

Алтмыштан ашыу кеше  фекерҙәрен  белдереп, ҡалалағы матур парҙарҙың һәм ныҡлы ғаиләләрҙең береһе булған был йәштәргә бәхет һәм һаулыҡ теләгән.

Фото: “Панорама” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: