Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 12:33

Бала саҡ – уйнар саҡ

Ирина Лавренова фотоһы.
Фото:Ирина Лавренова фотоһы.

Өфө ҡалаһының 129-сы балалар баҡсаһы педагогик эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлешкә көйләгән. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, уларҙың телмәрен үҫтереү, кескәйҙәрҙе донъяны танып белергә, күмәк кеше араһында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеү һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.

– Беҙҙә балалар күркәм тәрбиә һәм төплө белем алһын өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, – тип һөйләй Өфө ҡалаһының 129-сы балалар баҡсаһы мөдире Татьяна Горбунова. – Группалар, беҙ кескәйҙәрҙең бүлмәләрен шулай атайбыҙ, яҡты һәм сағыу төҫтәр менән биҙәлгән. Йоҡо һәм йыуыныу бүлмәләренең һәр береһе әкиәт донъяһын хәтерләтә. Шуның өсөн дә кескәйҙәр беҙгә ҙур теләк менән йөрөй. Ҡыҙ һәм малайҙарҙы бары­быҙ ҙа һәр көн иртән ҡабул итеп алабыҙ, кискеһен иһә ата-әсәләре йәки туғандары килеп ала. Беҙ тигәнем – яғымлы, белемле тәрбиә­селәр, хәстәрлекле тәрбиәсе ярҙам­сылары, йырға маһир музыка етәк­селәре, һәр береһе сәләмәт үҫһен тип тырышҡан физик инструктор.

Белем биреү учреждениеһы етәкселеге, балаларҙың төрлө милләт вәкилдәре икәнен иҫәпкә алып, бай һәм күп мәҙәниәтле тәрбиәгә етди иғтибар бирә. Бер-береһенә теләктәшлек тәрбиәләү тәңгәлендә төрлө халыҡ уйындарын ойошторалар. Шулай уҡ фольклор өлгөләре менән таныштырыу, берәй датаға бәйле байрам йәки кисәләр уҙғарыу һәр йәһәттән дә отошло. Сараларҙы ата-әсәйҙәрһеҙ үткәреү­ҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Өлкәндәр, бындағы тормош менән ҡыҙыҡһынып, төрлө конкурстарҙа, байрамдарҙа, йыйындарҙа әүҙем ҡатнаша.

Татьяна Владимировна әйте­үенсә, күп мәҙәниәтле тәрбиәнең әһәмиәте шул хәтлем ҙур, ул дуҫ­лыҡта, татыулыҡта йәшәргә өйрәтә.

Белем усағында үҙ һөнәрен яҡшы белгән, балаларҙы яратҡан, ата-әсәләр алдында хөрмәт ҡаҙанған, үҙ бурысына бик талапсан ҡараған тәрбиәселәр эшләй.

Әңгәмә барышында мөдир Татьяна Горбунова ҡыуаныслы хәбәре менән уртаҡлашты. Баҡтиһәң, 129-сы балалар баҡсаһы рес­публикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған “Урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү” програм­маһында ҡатнаша. Ошо программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар баҡсаһында “Бергә күңеллерәк” уйыны ата-әсәләр менән берлектә үткән, “Минең хыялымдағы майҙансыҡ” темаһына балалар һүрәттәре күргәҙмәһе ойошторолған, “Ҡышҡы уйындар” спорт байрамы саф һауала уҙған, “Балаларға хыял бүләк ит!” исемле флешмоб үҙенә күптәрҙе йыйған.

– Хеҙмәткәрҙәрем менән кәңәш­ләштек тә, белем усағына уйын ҡоролмаһы алырға кәрәк тигән ныҡлы ҡарарға килдек, – ти Татьяна Владимировна. – Әгәр ҙә маҡсаты­быҙға ирешһәк, ул балалар баҡсаһы территорияһын йәмләп ултырасаҡ, иң мөһиме, ҡыҙ һәм малайҙар унда уйнап туймаҫ ине.

Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас: