Иленең һәм кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан уҙамандар менән осрашып һөйләшеүҙән һуң күңел күтәрелә, ошо кешеләр киләһе көндәргә ышанысты арттыра, өмөт уята. “Иҫәнов” крәҫтиән-фермер хужалығы рәйесе Ғүмәр Иҫәнов – шуға асыҡ миҫал.
Әңгәмә барышында уның тормош ауырлыҡтарына зарланғаны тамсы ла һиҙелмәне, киреһенсә, алға ҡарап йәшәүе, замандан ярты аҙым булһа ла алда атларға тырышыуы төҫмөрләнде, иң мөһиме, эргә-тирәләгеләрҙе ярҙамдан өҙмәүенә шаһит булдыҡ. Әйткәндәй, фермерҙы, халыҡтың пай ерҙәрен файҙаланғаны өсөн уларға ашлыҡ таратҡанда осраттыҡ. Кешеләр сират тороп ала ине.
– Быйыл иген ныҡ уңды, буралар ашлыҡ менән тулып бөттө, – тип шатлығын уртаҡлашты Ғүмәр Зиннур улы. – Кемгә күпме тейеш, барыһы ла иҫәптә, үҙҙәре килеп ала. Муллыҡ булғас, хатта артыҡ та тейәп ҡайтарам. Уларҙың ерендә үҫкән бойҙай бит, әйҙә, малдарына, ҡош-ҡортона ашатып ҡыуанһындар. Йыл да игендең иң таҙаһын ғына өләшәм.
Фермер эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлештә көйләгән. Үҫемлекселек малсылыҡ һәм төҙөлөш тармаҡтары – шуға асыҡ миҫал.
“Иҫәнов” крәҫтиән-фермер хужалығының сәсеүлек ерҙәре 1 580 гектар майҙанға йәйелгән. Әлбиттә, иген культураларын күпләп үҫтерәләр. Көҙгө урып-йыйыу эштәрен ваҡытында тамамлағандар. Урыны менән бойҙайҙың гектар ҡеүәте 30 центнерғаса барып еткән.
– 156 гектар майҙанға көнбағыш сәскәйнек, ашлыҡты күп итеп алған шикелле унан да мул уңыш булыр, – тип фараз итә Ғүмәр Зиннур улы. – Ошо көндәрҙә 200 гектар майҙанға ужым сәстек, 400 гектар ерҙе туңға һөрҙөк. Бына шулай эштәрҙе һәүетемсә генә алып барабыҙ. Хәйер, ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел инде ул.
Әле көндәр берсә һыуытып, берсә йылытҡас, һыйыр малын ҡураларға ҡайтарыуҙы хәстәрләгәндәр. Эйе, мал тураһында уйлана фермер. Шуларға ғына ҡарап торалар бит. Шөкөр, бөгөн барыһы ла ҡараулы һәм көр, был иһә – йәйҙең һәр көнөн файҙалы итеп үткәреүҙең һөҙөмтәһе.
Уңғандар һыйыр малына аҙыҡты күп итеп, хатта артығы менән әҙерләгән. Ғүмәр Иҫәнов һөйләүенсә, мал аҙығын ике йыллыҡ запас менән әҙерләүҙең үҙенә күрә отошло яғы бар. Киләһе йыл нисек булыр? Элекке шикелле ҡоролоҡ үҙәккә үтмәҫме? Быйыл һәр шартлы баш малға кәмендә 36 центнер аҙыҡ тура килә.
Ысынлап та, хужалыҡ малсылыҡта һынатмай. Фермер һыйыр малын һигеҙ йөҙ илле башҡа еткергән, шуның өстән бер өлөшөн һауын һыйыры тәшкил итә, әммә уның сик түгеллеген йәшермәне.
Ғүмәр Зиннур улы әйтеүенсә, ошоға хәтлем һауым юғары булған. Әле һыйырҙарҙың һыуалыр көнө етеп килә. Ғөмүмән, һөттө Ергән ҡасабаһындағы һөт комбинатына тапшырғандар.
Фермер бер нисә тармаҡҡа тотоноуын бына нисек аңлатты. Һәр кем күңеле һөйгән эштәре менән генә шөғөлләнергә тейеш, юғиһә, мәжбүрләп тағылғандан бер фәтүә лә булмай. Ул, туғандары менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙенең эшен асҡан, ауылда үҫкәс, малсылыҡ тармағының нескәлектәрен, иген үҫтереү, төҙөлөш серҙәрен биш бармағылай яҡшы белә.
Ғөмүмән, фермерҙар бөгөн нимә менән шөғөлләнә? Улар илде туйҙыра аламы? Ауыл хужалығы тармағына йән өрөүҙәре, аҙыҡ-түлек запасына өлөш индереүҙәре бәхәсһеҙ, әлбиттә. Бынан тыш, улар ысын мәғәнәһендә ауылдың ҡото ла. Ауылдаштары техника менән ярҙам итеүҙе һорап, уларға ғына мөрәжәғәт итә. Айырыуса ҡыш миҙгелендә, юлһыҙлыҡ теңкәгә тейгәндә, бөтә өмөт – фермерҙарҙа. Өмәләрҙе кем ойоштора? Ауылдарҙы төҙөкләндереү идеяһы менән кем яна? Әлбиттә, тырыштар. Бына ошо һанап сыҡҡандарҙың барыһын да, шулай уҡ күҙгә күренмәгән бүтән эштәрҙе лә Әбет ауылы уҙаманы Ғүмәр Иҫәнов командаһы менән бергә башҡара.
Хужалыҡтағы ир-аттың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Әйтәйек, төҙөлөштә уларҙан да оҫтаны табырмын, тимә. Йорт күтәреү булһынмы, һарай төҙөү тиһеңме, бөтәһен дә урын-еренә еткереп башҡарып ҡуялар. Хужалыҡта пилорама булғас, уй-пландарын тиҙ арала бойомға ашыралар.
Ауылдаш тигәндән, фермер бер нисә ир-атҡа эш урыны булдырған. Малсыларҙың әле эше баштан ашҡан.
“Йәмил Бикҡужин, Рәил Смаҡов, Илнур Иҫәнов, Илнур Ҡотлоев, Флорида Сәфәрғоловалар янда булғанда тау аҡтарырға мөмкин”, – ти ул.
Ғүмәр Зиннур улының һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр йәһәттән дә халыҡтың ҡарашы яйлап үҙгәрә, барыһы ла бурысына яуаплы ҡарай.
Беҙҙә тырыштарҙы баһалайҙар, егәрлеләрҙе күтәрәләр. Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, малсылыҡта һәм үҫемлекселектә юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн, Ғүмәр Иҫәновты диплом менән бүләкләгән. Бынан тыш, ул “Атайсал” республика проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн хакимиәттең Маҡтау хатына лайыҡ булған.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матбуғат баҫмаларына биргән интервьюһында ауыл хужалығы темаһына ла иғтибар бүлде. Республика етәксеһенең, ауыл хужалығы өсөн яңы мөмкинлектәр осоро килде, экзотик емеш-еләктән һәм йәшелсәнән тыш, барыһын да үҙебеҙ үҫтерә алабыҙ, тигән фекере шәхсән минең иңдәремә ҡанат ҡуйҙы, – тине Ғүмәр Зиннур улы.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Мәләүез районы.