Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 12:53

Ҡәберлектә кем ерләнгән?

Данир Ғайнуллиндың шәхси архивынан.
Фото:Данир Ғайнуллиндың шәхси архивынан.

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин быйылғы археологик ҡаҙыныуҙар миҙгеленең тамамланыуы тураһында хәбәр итте.

– Археологик ҡаҙыныуҙар миҙгелен бик һәйбәт һөҙөмтә менән тамам­лайбыҙ. Салауат районында архео­логтарыбыҙ ир-ат ҡәберен тапты. Белгестәребеҙ практикаға индергән заманса ысулдар булмаһа, был некрополь табылмаҫ һәм тарих өсөн оло юғалтыу булыр ине. Ҡәберлек булған баҫыу йылдар буйы һөрөлгән. Заманында өлкән хеҙмәттәштәребеҙ, тарихсылар тарафынан тикшерелгән некрополь күптән юҡ ителгән тип һанала ине.

Был ҡурғандар тарих өсөн оло әһәмиәткә эйә, сөнки улар – боронғо башҡорттарҙың тарихын асыҡлаусы төп сығанаҡтарҙың береһе. Уҡытыу­сым Нияз Мәжитов әйткәнсә, улар башҡорт халҡының аҫабалығын иҫбатлай.

Әлегә белгестәребеҙ бер ҡәберҙе генә тикшерҙе. Ерләгәндә зиннәтле әйберҙәрҙе ҡулланғандар. Табыштар араһында алтын ялатылған бронза пластиналар менән ҡаплы күн ҡайыш, һөйәк ҡаптырма, ауыҙлыҡ элементтары, тимер уҡ башы, көмөш аҡса һәм башҡа әйберҙәр бар.

Йылдар дауамында баҫыуҙы һөрөү арҡаһында һәләк булған ҡомартҡыны тулыһынса өйрәнергә һәм ундағы мәғлүмәтте тарих биттәренә өҫтәп яҙырға кәрәк. Планда – тулы күләмле археологик ҡаҙыу эштәре үткәреү, – ти Данир Әхмәҙи улы.

Табылған артефакттарға ярашлы, некрополь беҙҙең эраның IX – XI быуаттарына ҡарай.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: