ҮҘЕ БЕР ИРЛЕК
Һәр нәмәлә ирлекте юғары ҡуям. Ваҡланмау ҙа был, сыпранламау ҙа, кеше һатмау ҙа, теҙә китһәң, күп. Ошо инаныуға иҫ белгәндән бирле тигәндәй килдем, бөгөнгәсә ҡалам. Бер кем дә өйрәтмәне, тылҡыманы, эстән тоям. Быға өйрәнеп тә булмайҙыр, хәйер. Шулай ҙа ынтылыш кәрәк.
Хәбәрсе эше ҡатмарлы. Шәхси фекереңде гел белдерә алмауың да бар. Әмәле табылып та ҡуя. Тормош тәжрибәң, олпат йәшең, хеҙмәт стажың да бирә был хоҡуҡты.
2022 йылдың 17 майындағы тура эфирымды:
– Ир эше – ил эше ул, – тип башланым. – Ҡайһы ғына өлкәлә хеҙмәт ҡылма, Ватаныңды уйла, уны буйла. Яһалма, кеше алдында ғына әйтелмәле юғары һүҙҙәр тип ҡабул ителмәһен, бынан ҡырҙамын – көнкүрешлектән саҡ ҡына ситләшеп, тәрәнгәрәк бағыу менән шунда уҡ тәбиғи, тормошсан икәндәре асыҡлана ла.
– Фәлсәфәүилек тип тә булалыр, ләкин фәнгә ят телдәрҙән ингән, тимәк, махсус өйрәнмәйенсә аңлап та бөтөлмәгән ҡатмарлы төшөнсәләр түгел, ә үҙебеҙсә, халыҡса ябайлыҡ, – тип дауам иттем. – Улыңды шуға әҙерлә, үҙеңде шуға көйлә – күк әмере буйынса донъяға килгәнһең, ир булып килгәнһең икән, ил кешеһе булып үт ғүмереңде. Сәйәсәттә юлбашсылыҡ ҡына түгел был. Илбашсылыҡ та түгел. Ирбашсылыҡтыр. Ил, йәмғиәт, халҡың өсөн яуаплылыҡ. Туған телеңдә һөйләшһәң, яҙһаң, балаларыңа ошоно һеңдереп үҫтерһәң – үҙе бер ирлек.
ЯҢЫЛЫШЫУ ФАЙҘАҺЫ
Әңгәмәсем тапшырыуға ыҫпай кейенеп килгән.
– Күренһен тип ордендарҙы ла таҡты еңгәң, – тине. – Телевизорҙа була бит инде?
– Юҡ, – тинем, – радиола. – Уңайһыҙланғандай иттем. Радионы кәм күргәндән түгел, алдан һөйләшкәндә ағайҙың дөрөҫ төшөнмәгәнендә үҙемде ғәйепле һиҙгәндән. – Ә тағып һәйбәт иткәнһегеҙ, фотоға төшөрөрбөҙ, сайтҡа ҡуйырбыҙ. Ғөмүмән дә, иҫтәлек булыр. Видеоға ҡарағанда фотоны юғарыраҡ баһалағанымды өҫтәп торманым. Ә юғарыраҡ баһалауым – асып ҡарау ябайлығынан. Етмәһә, һәйбәт фотоһүрәттәрҙә хәрәкәт тә сағыла, хатта телмәр ҙә ишетелә, валлаһи.
Эфир алды сәйенән һуң студияға индек. Ҡунаҡ үҙен киң, азат тотто, шуғалыр ҙа шыма әйтте. Халыҡсан холоҡло кешенең һүҙе йор, килешле. Көлдөрөп тә алды.
– Һөйләшеүҙең яҙмаһын бирерһең инде, – тип үтенде, студиянан сыҡҡас.
– Ярай. Тура эфирҙар яҙыла ул, – тинем.
– Ә был... тураға булдымы ни?
– Эйе.
– Мин бит яҙма икән тип иркенләнем...
КЕМ КЕМДЕ?
– Кисә тапшырыуыңды тыңланым, – тине танышым.
– Ә-ә, рәхмәт!
– Эштән ҡайтҡанда, машинала, тура киләм эфирыңа шулай.
– Эйе, күптәр шул ваҡытта йышыраҡ ишетә.
– Был хәтлемде ҡайҙан белеп бөтәһең икән, тип аптырайым.
– Тырышыла... Тәжрибә лә байтаҡ.
– Тәжрибәң ҙу-у-р.
– Байтаҡ ваҡиғаны үҙем күргәнмен, шуға еңелерәк.
– Әҙерлекһеҙ булмай инде барыбер.
– Булмай. Шунһыҙ-ниһеҙ микрофон асыуҙы дөрөҫкә сығармайым. Асыҡларға ла кәрәк нимәнелер барыбер.
– Юристай һөйләп тә ебәрәһең. Журналислыҡҡа уҡығанһыңдыр бит?
– Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ, ғәмәлдә журналистика буйынса бер лекция ла тыңламағанмын. Үҙем бер мәл университетта дәрестәр алып барһам да.
– Шулаймы ни?
– Мин уҡырға ингәндә Өфөлә журфак булманы. Филфак тамамланым.
– Ә-ә.
– Аҙаҡ юридик белем дә алдым.
– Шулайҙыр тим шул – закон тирәһен яҡшы белгәнең күренеп тора.
– Юрислыҡҡа уҡығанда егет йәшенән сыҡҡайным инде – ғилем яҡшыраҡ һеңде. Ижтимағи-сәйәси журналистика менән шөғөлләнгәс, өлкә үҙемә яҡын да ине.
– Студия ҡунағы менән тиң һөйләштең кисә.
– Шулай тейеш тә. Ғөмүмән, һәр кем һөнәрен хәленсә күтәрә йөрөһөн.
– Ул ғына ла түгел: “Кем кемде ҡунаҡҡа саҡырған?” тигән һорау ҙа тыуҙы, – тип ихлас йылмайҙы замандашым.
- Рәсүл СӘҒИТОВ