Бөгөн - ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов республика Башлығы Радий Хәбиров һәм үҙе исеменән ошо тармаҡта эшләгәндәрҙе ҡотланы.
"Беҙҙең ЗАГС-тарҙа үҙ өлкәһенең профессионалдары эшләй. Улар - йәмғиәт өсөн оло яуаплылыҡ тойған компетентлы белгестәр.
Был тармаҡ даими үҫешә, яңыртыла. Һуңғы биш йылда Берҙәм дәүләт гражданлыҡ статусы реестрын булдырыу буйынса күләмле дәүләт проекты тормошҡа ашырылды. Уның ярҙамында гражданлыҡ статусы акттарын теркәү өлкәһен һанлаштырыу кимәле һиҙелерлек артты, ЗАГС-тарҙың дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү тәртибе үҙгәрҙе.
2022 йылда был эшкә яңы йүнәлеш - "Бала тыуыу" суперсервисы индерелде. Был хеҙмәтте тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың Гражданлыҡ акттарын теркәү органы - илдә лидерҙарҙың береһе. Күп йылдар дауамында ЗАГС төрлө үҫеш баҫҡыстарын үтте. Әммә граждандарҙың һәм дәүләт мәнфәғәтенең законлы хоҡуҡтарын яҡлау, ғаилә мөнәсәбәттәре өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәр ваҡыт өҫтөнлөктә булды.
Намыҫлы хеҙмәт, һөнәрегеҙгә ҡарата йылылыҡ һәм мөхәббәт өсөн рәхмәт! Һеҙгә бәхет, муллыҡ, сәләмәтлек һәм ижадилыҡ теләйем!".
Фото Ирек Сәғитовтың сәхифәһенән.