Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 12:28

Нәжиә апайҙарын бәләкәстәр ярата

20 йылдан ашыу сәләмәтлек һағында.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ғәҙәттә, бәләкәй балалар аҡ халатлыларҙан ҡурҡа торған. Тик был Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Нәжиә Хәкимйән ҡыҙына бөтөнләй ҡағылмай. Киреһенсә, бәләкәстәр уның менән аралашырға ярата, сирләмәгәндә лә, хатта бер ере лә ауыртмағанда ла үҙҙәренең кескәйҙәрсә хәбәрҙәрен теҙеп, медицина бүлмәһенән шат йылмайып килеп сығалар.

Нәжиә Хәкимйән ҡыҙы “Йәйғор” балалар баҡсаһында 21 йылдан ашыу эшләй. Күптән үҙ кеше ул бында, хеҙмәтенә яуаплы ҡараған белгес. Коллегалары әйтеүенсә, ул балаларҙың да, коллега­ларының да һаулығын хәстәрләй.

– Хәүефле ковид осоронда йәшәгәс, эш көнөм балаларҙың температураһын үлсәү, ҡулдарын антисептик менән эшкәртеү, хәлдәрен белешеү, сирҙәрҙе иҫкәртеүҙән һәм башҡа сараларҙан башлана. Ауырып торған бәләкәс шунда уҡ күҙгә ташлана. Ул саҡта атай-әсәйҙәрен саҡыртып, өйөнә ҡайтарабыҙ йә иһә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының участка педиатрына ебәрәбеҙ, – ти Нәжиә Гәрәева.

Ысынлап та, ата-әсәләр, сабый­ҙарын балалар баҡсаһында ҡалды­рып, тыныс күңел менән эшләй ала. Тәжрибәле шәфҡәт туташы бала сирләп торған осраҡта ла дөрөҫ ҡарар ҡабул итә. Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ОРВИ, киҙеү менән ауырыусылар һаны кәмегән. Шәфҡәт туташы баланы сыныҡ­тырыу алымдарын да ҡуллана, витаминлаштырылған эсемлектәр ҙә тәғәйенләй. Бынан тыш, ул аҙыҡ-түлектең сифаты, аш-һыу әҙерләү бүлмәһенең санитария торошон контролдә тота.

– Сибай медицина училищеһын тамамлағас, район дауаханаһында реанимация бүлегендә эшләп, тәжрибә тупланым. Аҙаҡ балалар баҡсаһына эшкә килдем. Үҙ һөнәремде яратам, һәр иртә балалар баҡсаһына яҡшы кәйеф менән киләм. Коллективыбыҙ бик татыу, һәр кем бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, – ти әңгәмәсем.

Әйткәндәй, Нәжиә Хәкимйән ҡы­ҙы йәмәғәт тормошонда ла ҡай­нап йәшәй. Район хакимиәтенең мә­ғариф идаралығында муниципаль ата-әсәләр йыйылышы рәйесе була. Ул, ата-әсәләр менән яҡын­дан танышып, берлектә ҙур эш алып бара. Мәҡәләм геройының ғаиләһе лә бер тигән: Нәжиә менән Роберт Гәрәевтәр ике бала тәрбиә­ләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Вилена БДПУ магистратураһында уҡый. Һә­ләтле ҡыҙ матур йырлай, бик ижа­ди кеше. Улдары Батыр Аҡъяр­ҙың 1-се мәктәбендә 9-сы класта белем ала. Ул шәп шахматсы, баскетболсы. Төрлө ярыш­тарҙа яула­ған грамоталары һәм кубоктары бихисап. Ғаилә башлығы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәм­ғиәтенең энергия цехында электрик булып эшләй. Уның да ҡулы алтын. Ғаиләһе өсөн ҙур йорт һалған, ҡулынан килмәгән шөғөлө юҡ.

– Нәжиә Хәкимйән ҡыҙын балалар бик ярата. Үҙҙәре төшөргән һү­рәттәрҙе йәки сәскә бүләк итә­ләр. Ул бәләкәстәрҙең дә, хеҙ­мәттәштәренең дә докторы. Ҡан баҫымын үлсәһенме, файҙалы кәңәшен бирһенме – һәр саҡ яныбыҙҙа. Шәфҡәт туташы тиһәк тә, ул балалар баҡсаһындағы һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Педагогик һәләт бар унда. Мәҫәлән, Яңы йыл кисәләрендә Ҡыш бабай йәки Мәскәй әбей ролдәрен бик оҫта башҡара. Ә инде район ойошмалары араһында концерт-фести­валдәр башланһа, унһыҙ сәхнәгә сыға алмайбыҙ. Башҡорт һәм рус телдәрендә матур йырлай. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһының профком рәйесе булды. Ошо йүнәлештә республика конкурсында еңеү яуланы, – тип фекерҙәрен еткерҙе өлкән тәрбиәсе Зилә Айытбаева һәм өҫтәмә белем биреү педагогы Йәмилә Хәйбуллина.

- Кәримә УСМАНОВА

Хәйбулла районы

Читайте нас: