Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 12:47

Тәбиғәткә һөйөү ҡандан бирелгән

Дошман самолетының торбаһынан эшләнгән ҡурай – ҡәҙерле ҡомартҡы.

Хәкимовтарҙың ғаилә архивынан.
Фото:Хәкимовтарҙың ғаилә архивынан.

“Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре араһында хеҙмәт династиялары бар. Мәҫәлән, солоҡсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән Гүзәл һәм Хәлил Хәкимовтар солоҡ балын йыя. 2017 йылда солоҡсоларҙың халыҡ-ара конкурсында улар I урынды яуланы. Уның тормош иптәше Гүзәл Ырғыҙлы ауылы тирәләй экскурсиялар ойоштора, туристарҙы ҡаршы ала.

Хәлилдең ике олатаһы ла Бөрйән районында билдәле солоҡсолар була. Икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Тыуған илгә Еңеү яулап ҡайта. Иҙрис олатай фронтта бәреп төшөрөлгән дошман самолеты двигателенең баҡыр торбаһынан ҡурай эшләгән.

Ҡайтҡас, был музыка ҡоралын улы Маратҡа бүләк итә. Марат Солтанғолов оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” милли паркында дәүләт инспекторы булып эшләй. Улы Азамат та егерме йылдан ашыу ошо паркта дәүләт инспекторы вазифаһын яратып башҡара. Уны шулай уҡ ҡурайсы, ҡурай эшләү оҫтаһы булараҡ һәйбәт беләләр. Иҙрис олатайҙың ҡурайы ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.

Хәлилдең атаһы Исхаҡ Хәкимов “Шүлгәнташ” ҡурсау­лығының тәүге хеҙмәткәрҙәренең береһе була, өлкән улы Дамир ҙа — ҡурсаулыҡтың именлеген һаҡлаусыларҙың береһе.

Хәлил Хәкимов өсөн ҡорт­солоҡ – ул йәшәү рәүеше, нәҫел­дән килгән кәсеп. Солоҡсолоҡ уның улдарын да ҡыҙыҡһындыра: Рәхим, Рәйеф һәм Рәил гел атаһының эргәһендә, боронғо кәсепкә өйрәнәләр. Ата-бабаларының эшен дауам итерҙәрме-юҡмы – уныһын ваҡыт күрһәтер.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: