Был турала “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығынан хәбәр итәләр. Былтыр күл, сентябрь аҙаҡтарында тулыһынса китеп, бөтөн республика халҡын таң ҡалдырғайны. Аҡһаҡалдар иҫләүенсә, Ығышманың һыуы 1921 һәм 1975 йылғы ҡоролоҡта ла юҡҡа сыҡҡан. Быйыл иһә күл ни өсөн үҙенең ҡырыҫлығын күрһәтергә булғандыр, уныһы билдәһеҙ.
Бер-береһенә яҡын урынлашҡан Йылҡысыҡҡан, Олокүл — карст күлдәре, ҙур карст соҡорҙары. Барыһы ла Шүлгәнташ мәмерйәһенең өҫтөндә урынлашҡан. Ғалимдар һыуҙың китеүен һәр ваҡыт яуын-төшөмдөң етешмәүенә һәм ер аҫты һыуҙарының кәмеүенә бәйләй.
Бөтә һыу аҫты шишмәләре һәм йылғалары Шүлгән ер аҫты йылғаһы менән берләшә һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ерҙә урынлашҡан Зәңгәр күл сығанағында ер өҫтөнә сыға. Быны Ығышманан һыу сыҡҡандан һуң Зәңгәр күлдә ташҡын барлыҡҡа килеүе лә иҫбатлай. Мәмерйәгә ингән ерҙә ҡуйылған ҡорамалдар һыуҙың ҡапыл күтәрелеүен теркәгән.
Ығышма күле Шүлгәнташтан өҫтәрәк, Йылҡысыҡҡан күленән бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул эргәһендәге Йылҡысыҡҡан, Олокүл кеүек, карст күле һанала, йәғни соҡорҙа карст ишелеүҙән барлыҡҡа килгән.
“Шүлгәнташ мәмерйәһенең һынлы сәнғәте” номинацияһы досьеһын төҙөү менән шөғөлләнгән белгес, ғалим Ольга Червяцова әлеге күренешкә ошондай аңлатма бирә:
– Бындай типтағы күлдәр нисек барлыҡҡа килә һәм юҡҡа сыға? Шүлгән йылғаһы бассейнында (башҡа күп кенә карст массивтарындағы кеүек) киң таралған өҫкө карст формаһындағы соҡорҙар бар, улар конус һәм туҫтаҡ формаһындағы тәрән бассейндарға оҡшаған, йыш ҡына текә битләүҙәрҙә урынлашҡан. Бындай соҡорҙар ҡойма ямғырҙарҙан һуң ер аҫты ҡыуышлыҡтары өҫтөндә барлыҡҡа килә һәм ер өҫтө һыуҙарын йотоусы булып тора. Улар тәбиғи дренаж системаһы булараҡ эш итеп, тәрән карст һыуҙарын туҡландыра. Төптәрендә иһә, ғалимдар “понор” тип атаған канал барлыҡҡа килә. Төрлө тәбиғи күренештәр арҡаһында улар ҡайһы саҡ ябыла. Артабан карст ҡыуышлыҡтары менән бәйләнешен юғалта һәм яйлап унда ямғыр һыуҙары тула, “аҫылмалы” күлгә әйләнә. Билдәле шарттар барлыҡҡа килһә, был тығын асыла ла һыу ер аҫтына китә, шуға күрә карст күлдәре өсөн ошо күренеш хас.
Быйыл йәй, бығаса күрелмәгәнсә, түбәнге кимәлдә карст һыуҙары аҙ булды. Йәйге оҙайлы ҡоролоҡтан тыш, ер аҫты һыуҙары кимәленең түбән булыуы ла 2020 йылдың аномаль ҡоро килеүенә бәйле, сөнки яуын-төшөм ошондай күлдәрҙең туҡланыуына ҙур өлөш индерә. 2020-2021 йылдарҙың ҡышы оҙаҡҡа һуҙылды һәм ҡарлы булды, әммә апрелдең икенсе яртыһында эҫе һауа торошо урынлашты. Был ер аҫты һыуҙарының туҡланыуына булышлыҡ итте.
Күлдән киткән һыу, ер аҫтында Шүлгән йылғаһы менән ҡушылып, Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ерҙә урынлашҡан Зәңгәр күл сығанағына ҡушылырға тейеш.
Ығышма күле, элекке кеүек, мотлаҡ тергеҙеләсәк. Әммә ҡасан икәнлеген теүәл генә әйтеүе ҡыйын. Барыһы ла һауа торошона һәм яуын-төшөмгә бәйле. Миңә ҡалһа, киләһе яҙ ҡар ирегәндә ҡар һыуҙары менән тулыуы ихтимал, – ти ғалим.
Ә һеҙ күлдә һыуҙың китеүен нисек аңлатаһығыҙ? Бәлки, был күренешкә бәйле легендалар барҙыр?
Лилиә НУРЕТДИНОВА