Хәйбулла районының күп ауылдары "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыу өсөн бар тырышлыҡтарын һала. Тәүге тур район кимәлендә үтеп, унда еңеүсе ауыл республика кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ. Шуға күрә халҡыбыҙҙың йолаларына, шөғөл-кәсептәренә бәйле төрлө саралар үтә, уларҙы йәш быуынға өйрәтеү буйынса ла эштәр башҡарыла.
Күптән түгел шундай матур сараларҙың береһе Иләс ауылында ойошторолған. Был хаҡта Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
"Ир-егеттең юлдашы ла ат, моңдашы ла, башҡорттоң айырылғыһыҙ дуҫы ла ат. Ниндәй башҡорт ат менмәгән дә, ниндәй башҡорт ат яратмаған! Элек-электән ауылда ат транспорт, йөк ташыусы, көтөүҙә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы булған.
Әммә техника үҫеше заманында аттың роле артҡы планға ҡалып бара. Иләс ауылында “Ир ҡанаты ат була” тигән сара ойошторолоп, ысынлап та, балаларҙың ат тураһында бик аҙ белеүҙәре, уға ябай бер хайуан тип ҡарауҙары асыҡланды, ти ойоштороусылар. Сара барышында Вилә Шәйхетдин ҡыҙы балаларға ат тураһында белешмә бирҙе, мәҡәлдәр менән таныштырҙы.
Ат тураһында иң күп мәғлүмәтте, әлбиттә, ир-егеттәр белә. Илгиз Ғәле улы Ишбулдин атты эйәрләргә өйрәтте, йүгәндең ниндәй роль уйнауын аңлатты, балаларҙы эйәргә ултырырға өйрәтте. Батырыраҡ балалар хатта һыбай йөрөп ҡараны.
Салауат Хәтим улы Ҡунаҡасов аттарҙың төҫтәре тураһында һөйләне, йәштәре буйынса нисек аталыуын әйтеп үтте.
Даян Ғилман улы Ҡоломбәтов атты санаға егеп күрһәтте, сбруй менән таныштырҙы. Сара аҙағында Даян ағайҙары балаларҙы санала елдереп йөрөтөп килде, балаларға сара оҡшаны", - тигән улар.
Ә һеҙҙе яҡтарҙа атты нисек файҙаланалар? Ошо хаҡта беҙгә лә хәбәр итегеҙ, фотоларын һалағыҙ.
Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.