

Хәйбулла районының иң дәртле һәм уңған халыҡ йәшәгән Бәләкәй Арыҫланғол ауылы хаҡында күп тапҡырҙар яҙғаным бар. Халыҡ телендә ауылды Вәзәм тип йөрөтәләр. "Вәзәмдәр - үҙҙәре бер әҙәмдәр!" тигән концерт менән ауыл халҡы районды ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһен дә әллә күпме тапҡыр йөрөп сыҡты.
Яңы йыл алдынан вәзәмдәрҙең шатлыҡлы ваҡиғалары күп. Кисә Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тантаналы рәүештә бер юлы бер нисә объект сафҡа инде. Балалар өсөн уйын һәм хоккей майҙансыҡтары, урам сәхнәһе барлыҡҡа килгән. "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсында беренсе урын өсөн лайыҡ булған дүрт миллион һум күләмендәге аҡсаны ауыл халҡы шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыуға, ауыл клубын кәртәләүгә һәм стела урынлаштырыуға йүнәлткән.
"Вәзәм" спорт һәм ял үҙәге тип аталған күркәм ерҙә шулай уҡ "Урындағы башланғыстарҙы булышлыҡ итеү" программаһы буйынса алынған урам тренажерҙары урын алған. Уларҙың ныҡлығын ауыл халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙе һынап ҡараған.
Яңы төҙөлгән спорт һәм ял үҙәге ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, бында һәр кем сәләмәтлеген нығытырға, спорт күнекмәләре эшләргә йөрөһөн, ә балалар рәхәтләнеп уйнаһын, боҙ майҙансығы хоккей уйындарынан гөрләп торһон, уларҙың еңеүҙәре ҡалын боҙҙо ла иретерлек булһын!
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.