Йәмғиәт
17 Декабрь 2022, 06:30

"Юҡҡа алты йыл төрмәлә ултырманым мин..."

Был хәл Яңы йыл алдынан Әбйәлил районының Асҡар ауылында булған.

"Юҡҡа алты йыл төрмәлә ултырманым мин...""Юҡҡа алты йыл төрмәлә ултырманым мин..."
"Юҡҡа алты йыл төрмәлә ултырманым мин..."

"Асҡарҙа участковый булып эшләгән саҡта йәшәгән ике ҡатлы йорт янынан үткәндә бер мәрәкә хәл иҫкә килеп төштө.

Бер подъезда өс милиционер ғәиләләребеҙ менән йәшәйбеҙ: Андреев Сергей - гаишник, Айытбаев Хәлидар - ИТР-щик (икеһе лә ваҡытһыҙ баҡыйлыҡҡа китеп барҙылар) һәм мин.

30 декабрь, байрам алды... Урамда көслө буран, мин подъезға инеп киләм (ябай кейемдәмен). Аҫҡы ҡатта яңы ғына күсеп килгән почта начальнигы ҡатыны менән ишек янында аптырашып тора. Баҡтиһәң, асҡыстарын өйҙә онотоп ҡалдырғандар ҙа ишектәре бикләнгән дә ҡуйған (элек инглиз йоҙаҡтар бар ине, ишекте япһаң, бикләнә лә ҡуя торғайны).

Йәшермәйем, мин байтаҡ ҡына "төшөргән" инем. Кәйеф шәп. Тегеләр менән һөйләшеп киттем. Форточкалары асыҡ икән. Мин хәҙер тәҙрәнән инәм дә ишегегеҙҙе асырмын, тием. Теге ағайым: "Булдыра алырһыңмы һуң?" - ти. Мин эре генә: "Ерунда ул, братан! Не зря шесть лет тюрягала загорал! Насобачился уже! Домушник я, так что бөтәһе лә будет хоккей!" - тип тышҡа сығырға атланым. Шунан аптырап торған был икәүгә әйләнеп: "Деньги где лежат, сразу колитесь! А то шмонать начну, долгая история була!" - тип һалдырҙым. Әлбиттә, ҡойма аша төшөп, тәрән ҡарҙы кисеп тәҙрә янына барып еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтте. Форточка ысынлап асыҡ ине, мин пальтоны сисеп, эскә ташланым да артынан үҙем тығылдым.

Ишекте асып ебәрһәм, тегеләр янында Сергей менән Хәлидар баҫып тора. Икеһе лә трикола, өҫтәренә генә милиция шинелен кейгәндәр ҙә. Хәлидар: "Тьфу! Это же ваш участковый! - тине лә миңә боролоп: "Нимә алйотланаһың ул, кеше ҡурҡытып?" - ти. Ә Сергей һыны ҡатып көлә. Яңы күршеләрем, иҫтәренә килә алмай, бер килке баҫып торҙолар ҙа рәхмәт әйтеп инеп киттеләр. Шул арала ике сержант йүгереп килеп инде. Уларҙы Хәлидар ярҙамға тип саҡырған булған.

Шулай итеп, яңы күршеләрем менән Яңы йылда яңыса танышып ҡуйҙым мин. Яңы йылды үткәреп эшкә сыҡҡас, егеттәр күҙҙе лә астырмайҙар. "Ну, ҡылғаның бит, әй!" - тип көләләр. 

ЖУИ-ла (журнал учета информации): "Сообщил инспектор ИТР Аитбаев, что ему обратился сосед, начальник райузла связи. По его словам, они забыли ключи дома. Но с их разрешения какой-то неизвестный проник через форточку в квартиру, чтоб открыть дверь. Однако, он в нетрезвом состоянии назвался вором и при этом обещал обчистить квартиру. Просил направить наряд" тигән яҙыуға "На место был направлен наряд. Ложный вызов. Неизвестным оказался лейтенант милиции Багаув Мансур, который решил подшутить в честь праздника", тигән яҙыу өҫтәлде".

"Әбйәлил ветерандары" төркөмө, Мансур Баһаувтан.

Фото: https://stihi.ru/2020/01/08/2104

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас