Яҙыусы Лира Яҡшыбаева – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре, әүлиәләре, мәғрифәтселәре тураһындағы әҫәрҙәре менән күптән үҙ уҡыусыларын тапҡан әҙибә. Ул шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү, улар хаҡындағы иҫтәлектәрҙе, документаль яҙмаларҙы өйрәнеү, китап итеп сығарыу йәһәтенән ҙур эштәр алып бара.
Ошо көндәрҙә, “Башҡортостан” гәзите редакцияһына килгәнендә, яҙыусы һөйөнөслө яңылығы менән уртаҡлашты: уның китаптарына таянып, данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт тураһында фильм төшөрөләсәк. “Әлегә ойоштороу-проект эштәре алып барыла, финанс мәьсәләләр хәл ителә”, - тине әҙибә. Фильмды үҙебеҙҙең Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы төшөрәсәк, тип күҙаллана.
Әйткәндәй, яҙыусының Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы “Әүлиә” спектакле бер нисә йыл дауамында республикала ҙур аншлаг менән ҡуйылды. Унда төп ролде башҡарған Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы Урал Зәйнуллин Мөжәүир хәҙрәт роленең үҙе өсөн бик уңышлы, хатта ниндәйҙер кимәлдә тылсымлы булыуын да билдәләгәйне. Әлегә кино өсөн актерҙар һайларға иртәрәк, “Мөжәүир хәҙрәт кеүек бөйөк аҡыл эйәһен кинола һынландырыу – һәр артист өсөн оло мәртәбә, тип һанайым”, - тине әҙибә.
Фото: Л. Яҡшыбаеваның китабынан.