Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2022, 19:00

Рөстәм Нәбиев изге эш башҡарған

Афарин, Рөстәм! Изге эштәрең үҙеңә лә меңләтә яҡшылыҡ менән әйләнеп ҡайтһын!

Рөстәм Нәбиев изге эш башҡарған
Рөстәм Нәбиев изге эш башҡарған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Африкалағы иң бейек тау булған Килиманджаро түбәһенә күтәрелеп, ошо көндәрҙә Өфөгә ҡайтҡан ине. Кисә иһә ул инвалид ҡыҙға коляска һатып алырға ярҙам иткән.

Өфөнән Илмира Сәлимова яңы коляска һатып алыу өсөн аҡса йыйыуға ярҙам һорап социаль селтәргә иғлан ҡуйған. Ҡыҙ фехтование менән шөғөлләнә, яңыраҡ «Невская краса – 2022» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы. Блогер Рөстәм Нәбиев ҡыҙға үҙе ярҙам итергә теләк белдергән.

– Мин социаль селтәрҙә үҙенә коляска һатып алыуға аҡса йыйған Илмираны күреп ҡалдым. Яңы йыл – теләктәр тормошҡа аша торған осор. Шуға күрә мин Танзаниянан ҡайтҡас та ҡыҙға ярҙам итергә вәғәҙә бирҙем, – ти блогер.

Рөстәм Нәбиев ҡыҙға кәрәкле сумманы банкоматтан  "сисеп" алған һәм Илмираға тапшырған. Илмира Сәлимованың ҡыуанысы сикһеҙ, ул үҙенә ярҙам иткән Рөстәм Нәбиевҡа ҙур рәхмәтле. Ас хәлен туҡ белмәй, ауырыу хәлен, һау белмәй тигәндәй уңайһыҙ коляскала йөрөү ни тиклем ғазаплы икәнен Рөстәм Нәбиев үҙ миҫалында татығас, Илмираның үтенесен шунда уҡ ҡәнәғәтләндергәндер инде, күрәһең...

Афарин, Рөстәм! Изге эштәрең үҙеңә лә меңләтә яҡшылыҡ менән әйләнеп ҡайтһын!

Фото һәм видео: Рөстәм Нәбиев.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: