

Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡыу корпусына (хәҙерге Өфө ғилми технология университеты) был бесәй 1 сентябрҙә – Белем көнөндә килеп инә. Урамдан. Тик томалдан. Иң ҡыҙығы, уны берәү ҙә ҡыумай. Һаҡсылар ҙа, йыйыштырыусылар ҙа, ғилми хеҙмәткәрҙәр ҙә, етәкселек тә. Ә студенттар әйтеп тораһы түгел, саҡырылмаған ҡунаҡты шунда уҡ үҙ итә. Тәм-том менән һыйлайҙар, түрҙән урын бирәләр, яратып ҡына хатта Угатенок тип исем дә ҡушалар. Ә бисара хайуанға күп кәрәкме ни? Ул ни ирәйеп китеп, хужа булып йәшәп ята әле уҡыу йортонда. Студенттарҙы ҡаршы ала, оҙатып ҡуя, тигәндәй. Үҙ баһаһын белеп кенә, ирәүәнләп, бер ҡайҙа ҡабаланмай корпустан корпусҡа, аудиториянан аудиторияға йөрөп ятҡан Угатенок күптән инде үҙ “хайуан” белем йортонда.
“Дәрес ваҡытында килеп керҙе. Шым ғына алғы рәттәге ултырғысҡа килеп ятты. Беҙҙең менән лекция тыңланы”
“Бөгөн Угатеноктың кәйефе юғыраҡ. Көйһөҙләнеп тора”
“Ҡыҙҙар, күпме әйтәбеҙ ҡулығыҙға алмағыҙ бесәйҙе!”
“Тәм-томды күп ашатмағыҙ әле шуға. Һимереп китте бит. Һаҡлағыҙ бесәйҙе”
Ошондайыраҡ хәбәрҙәр туп-тулы университет чатында. Ғөмүмән, бесәйҙәр бик аҡыллы йорт хайуандары һанала. Шулай уҡ ул өй эйәһе менән дуҫлашып, йорт хужалырына бәхет һәм тыныс тормош килтерә, тип ышаналар. Ҡыҫҡаһы, яҡшыға юрайыҡ. Университет һынлы университетты һайлағас, насар булмаҫ. Угатеноктың артабынғы яҙмышы хаҡында ла хәбәрҙәр еткереп торорбоҙ әле, дуҫтар! Алда уны тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ тормош көткәнен белмәйҙәҙер әле. Сессия башланып тора бит. Студеннтар араһында кем имтихан алдынан Угатенокты осрата, шул һаныуҙа “биш”кә бирә тигән юрау барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Так что держись, Угатенок)))