Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2022, 18:30

Яугирҙәргә йылҡы ите менән ҡаҙы

Яңы йыл байрамы алдынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына Сибай эшҡыуары мул күстәнәс әҙерләгән

Яугирҙәргә йылҡы ите менән ҡаҙы
Яугирҙәргә йылҡы ите менән ҡаҙы

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевҡа эшҡыуар, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әхәт Аҫылбаев махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға яңы йыл күстәнәсе итеп йылҡы һуйып ебәрергә тәҡдим итә. Был хаҡта ҡала мэры үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙған.

"Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, ғаилә менән ҡаршы алған байрам – Яңы йыл яҡынлаша. Әммә хәрби махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ уны өйҙән алыҫта ҡаршы аласаҡ. Уларға Яңы йыл кәйефен булдырыу өсөн эшҡыуар Әхәт Аҫылбаев  егеттәргә йылҡы итен ебәреү инициативаһы менән сыҡты. Атты бергә һуйҙыҡ, ит әҙерләп, ҡаҙы эшләнек. Киләһе аҙнала барыһын да яҡташтарыбыҙға фронт һыҙығына еткерербеҙ.

Ситтә тороп ҡалмаған һәм беҙҙең мобилизацияланғандарға ярҙам иткән битараф булмағандарҙың барыһына ла рәхмәтемде еткерәм. Ауыр ваҡыттар тамамланыр, изге эштәр оҙаҡ хәтерҙә ҡалыр!" - тип яҙған Азамат Юлдашбаев.

Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Яугирҙәргә йылҡы ите менән ҡаҙы
Яугирҙәргә йылҡы ите менән ҡаҙы
Яугирҙәргә йылҡы ите менән ҡаҙы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: