Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 21:30

Ғаилә тарҡалған, тиҙәр...

Был турала Гөлназ Асаеваның пиар-менеджеры хәбәр итә.

Ғаилә тарҡалған, тиҙәр...
Ғаилә тарҡалған, тиҙәр...

Ике йыл элек өйләнешеп, былтыр Динә исемле матур ҡыҙға атай менән әсәй булған йондоҙло пар – Гөлназ Асаева менән Вилли айырылыша икән тигән хәбәр таралды.

Был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙалар. Шулай уҡ Гөлназдың пиар-менеджеры хәбәр иткән тиҙәр.

Әлбиттә, был хәбәрҙең пиар булыуы ла ихтимал. Йондоҙҙар йыш ҡына үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итер өсөн ошоноң ише хәбәрҙәр тарата. Һуңғы көндәрҙә Асаеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән билдәле булыуынса, уларҙың ҡыҙҙары Динә сирләй. Йәш ғаилә айырылышыу тураһында бер нәмә тип тә әйтмәгән.

Әйткәндәй, Гөлназдың үгәй атаһы Фәдис Ғәниев был хәбәрҙең дөрөҫ түгеллеген еткергән.

Фото Г. Асаеваның сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: