Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 13:45

"Атайсал"ды дауам итәсәк

Хатта ҙур мөмкинлектәре булмаған, әммә тыуған төйәгенең үҫешенә бәләкәй генә өлөш индерһәләр ҙә, был ҙур эш.

"Атайсал"ды дауам итәсәк
"Атайсал"ды дауам итәсәк

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киләһе 2023 йылдың атамаһы тураһында фекерен әйтте. Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған саҡта ул алдағы йылды Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы буласаҡ тигәйне.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, был йыл үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтеп өлгөргән “Атайсал” проектының дауамы.

– Хатта ҙур мөмкинлектәре булмаған, әммә тыуған төйәгенең үҫешенә бәләкәй генә өлөш индерһәләр ҙә, был ҙур эш. Өҫтәүенә мин “йәнтөйәк” төшөнсәһен аныҡламайым. Уңышҡа өлгәшкән һәм, бәлки, сит илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн кесе ватаны – тотош Башҡортостан булыуы ихтимал. Шуға күрә маҡсатыбыҙ – Башҡортостанда тыуып үҫкән барлыҡ кешеләрҙе ошо бурыс өсөн туплау. Киләһе йылдың яҙында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Кесе ватанын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙы саҡырырбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: