Эштән ҡайтышлай, ғәҙәттәгесә, супермаркетҡа туҡтанылар.
- Мин кәрәкменме? – тине ире.
- Юҡ, үҙем генә. Күп әйбер алмайым, - тип Йәмилә ашығып магазинға юлланды. Шунда уҡ тупһала йомарланып ҡына ултырған, өҫтөн ҡар һырыған бесәй күҙенә салынды. Туҡтамайынса үтеп китә алманы.
- Эээй... Нимә эшләп кенә ултыраһың? Өшөнөңмө? – тип өндәште. – Хәҙер мин һиңә берәй тәмлекәс алып сығырмын.
Шул тиклем йәлләй ҡарауһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе, мөмкинлек булған һайын берәй ризыҡ алып ашатырға тырыша. “Их, ошоноң ише берәй йомшаҡ ҡына йән эйәһе булһа ла алырға ине ул...” – тип уйлап алды тағы. Исмаһам, өйҙәрендә әүрәү өсөн берәй тере зат булыр ине. Тик ире теше-тырнағы менән ҡаршы. Йәмиләнең үҙенән генә торһа, күптән балалар йортонан йәки бала табыу үҙәгенән берәй сабый ҙа алыр ине. Юҡ шул... “Кеше балаһын көтмәйем. Әллә ниндәй ҡан булыр. Йә ауырыу, йә наркоман... Йүнле кеше балаһын ташламай”, - иренең ошо фекерен бер нисек тә үҙгәртә алмай ҡатын.
Супермаркетта тиҙ-тиҙ генә йөрөп, икмәк, һөт, бер-ике емеш, ишек төбөндәге бесәйгә әҙер аҙыҡ алды ла кассаға юлланды. Шул ваҡыт “Ах, мөртәт! Тағы инеп киләһеңме?”тип яман итеп ҡысҡырған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, баяғы бесәй ишек асылған ыңғайы магазин солансаһына ингән икән. Быны күреп ҡалған йыйыштырыусы ҡатын, ҡысҡырып әрләп, ҡулындағы иҙән йыуған таяғы менән һелтәнеп, тегегә һуғырға итә. Бахыр хайуан, ҡайҙа ҡасырға белмәй, солансаның быяла стенаһына һырына.
- Нимә эшләйһегеҙ ул? Тышта түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ, өшөгән бит! Ошонда ултырып йылынһа булмаймы ни?
- Юҡ, булмай! Ярамай! Йәлләһәң, алып ҡайт та ҡара!
- Алып ҡайтырмын да шул!
Йәмилә ашығып ҡына һатып алған әйберҙәре өсөн түләне лә, ҡурҡышынан мөйөшкә һырынған бесәйҙе күтәреп алды. Тегеһе күҙҙәренә шундай ҡурҡып та, яҡлау эҙләп тә ҡарағандай тойолдо.
Бесәй ҡосаҡлап машинаға килеп ултырған ҡатынын күреп, ире:
- Ә был нимә? – тип һораны.
- Күрмәйһеңме ни, бесәй!
- Уны нимә итәһең?
- Көтәм! – Быны шул тиклем ныҡ итеп әйтте, ире артабан өндәшеп торманы.
Йыуындырып, иртәгәһе көнөнә ветеринарға күрһәтеп, прививкалар яһатып алып ҡайтты. Бесәйгә Бүләк тип исем ҡушты. Уныһы бик аҡыллы, таҙа йән эйәһе булып сыҡты. Тиҙҙән ире лә өйрәнеп китте яңы ғаилә ағзаһына. Залдағы диванда рәхәтләнеп, һуҙылып ятып йоҡлаған бесәйҙе һыйпай-һыйпай телевизор ҡараған ирен һиҙҙермәй генә күҙәтергә ярата Йәмилә. Тормоштарына ниндәйҙер йәм, мәғәнә өҫтәгән кеүек булды Бүләк. Ә бүләктең бынан да ҙурырағын, йәшәүҙәрен йәмләр йән эйәһен Хоҙай уларға киләһе йылына бирҙе: әлеге ише ап-аҡ ҡар яуған ҡышҡы көндә бер ҡосаҡ аҡ раузалар тотҡан ир бала табыу йортона – ҡатыны менән улын ҡаршы алырға ашыға ине...
Фото: jenskiymir.com