Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 13:45

Ҙур наградалар алдылар

Радий Хәбиров үҙәктең алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Ҙур наградалар алдылар
Ҙур наградалар алдылар

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһе матур йола буйынса бүләкләү тантанаһы менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 15 декабрҙә Башҡортостандың Амран Моратшин исемендәге стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге үҙенең 120 йыллығын билдәләне.

– Улар – беҙҙең партнерҙар, оҙаҡ йылдар бергә эшләйбеҙ һәм ижад итәбеҙ. Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге республика территорияһында техник көйләү, стандартлаштырыу, үлсәүҙәр берҙәмлеген тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен алып бара. Улар республикаға өҫтәмә компетенциялар йәлеп итә. Коллегаларыбыҙ менән ошо юбилейҙы уртаҡлашабыҙ, – тине республика Башлығы.

Радий Хәбиров стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: