Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 19:30

Ҡар ҙа мул, саңғылар ҙа бар!

Депутат Альберт Лоҡманов саңғылар бүләк иткән.

Ҡар ҙа мул, саңғылар ҙа бар!
Ҡар ҙа мул, саңғылар ҙа бар!

“Берҙәм Рәсәй” партияһының тыуған көнө уңайынан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Альберт Лоҡманов Кушнаренко районында граждандарҙы ҡабул итте.

Уның барышында бер кеше район мәктәптәрендә спорт ҡорамалдары булмауы тураһында хәбәр иткән. Үтенесте тиҙ арала үтәгәндәр.

Депутат бағыусы булараҡ ярҙам күрһәткән: Әхмәт һәм Иҫке Ҡормаш ауылдары мәктәптәренә, Кушнаренко ауылындағы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусыларына саңғы комплекттары һатып алған. Бынан тыш, ул Әхмәт һәм Иҫке Ҡормаш мәктәптәренә волейбол, футбол һәм баскетбол туптары ла тапшырған.

Фото: bashkortostan.er.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: