Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 13:30

Ауылдың биҙәге улар!

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

VII Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының ойоштороу комитеты төбәк конкурстарында еңеп сыҡҡан 353 ғаилә араһынан биш номинация буйынса федераль этап еңеүселәрен билдәләне. “Күп балалы ғаилә”, “Йәш ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияларында ҙур уңышҡа өлгәшкәндәрҙе ысын күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар теләнек.

Шуныһы ҡыуаныслы, “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында Тәтешле районының Кәлтәү ауылынан Мәккиә менән Муллахан Мулләхмәтовтарҙың ғаиләһе еңеү яуланы. Архив материалдарын ҡулланып, ауылдаштары, аҡһаҡалдары менән әңгәмәлә­шеп, үҙ ауылдарының шәжәрәһен өйрәнгән һәм төҙөгән, халыҡ тарихын һаҡлауға бөтә булмышын, көсөн һәм ваҡытын сарыф иткән ғаиләнең берҙәмлегенә һоҡланмау мөмкин түгел! 73 йәшлек Муллахан Мулләхмәт улы үҙҙәренең был уйламаған шөғөлгә нисек тотоноп китеүҙәрен  һөйләне.

1993 йылда хәләл ефете менән сәй эсеп ултырғандарында яҡын кешеләрен иҫкә төшөрөп, юҡһынып, үҙҙәренә кемдең нисек туған булыуын асыҡларға тырыш­ҡандан һуң, уларҙа туғандарының яҙмы­шын, нәҫел тамырҙарын асыҡлау теләге уяна. Шул ваҡыттан алып ғаиләгә тын­ғылыҡ бөтә: Өфө архивтарында эҙләнеү, район биләмәһендә йәшәгән ололар менән һөйләшеү, ғалимдарҙың яҙмалары менән танышыу башлана. Шулай итеп, Кәлтәү ауылының Табын ырыуы шәжәрәһе (сүмес нәҫеле) барлыҡҡа килә. Муллахан ағай – ауылда “Сәрбиямал” мәсетен төҙөүҙә, “Наурыҙ” фольклор ансамбленә “халыҡ фольклор ансамбле” исемен яулауҙа, ауыл тормошон йәнлерәк, йөкмәткелерәк итеүҙә янып йәшәгән уҙаман. Республика һәм Рәсәй кимәлендәге бихисап Почет грамоталары Мәккиә менән Муллахан Мулләхмә­товтарҙың данлыҡлы хеҙмәт юлын асыҡ күрһәтә. Шуныһы ҡыҙыҡ, хеҙмәт ветерандары оло йорттары эргәһендәге бәләкәй өйҙә Тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейы асҡан. Муллахан ағай ҡартатаһының 1821 йылғы еҙ самауырын, атаһының Бөйөк Ватан һуғышы яланынан алып ҡайтҡан котелогын һәм фляжкаһын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.

“Мин биш заттан Кәлтәү ауылының барлыҡҡа килеү тарихын архив документтарынан, ололарҙың һөйләүҙәренән асыҡланым. Тыуған яҡты, нәҫел-нәсәбемде өйрәнеү теләге шул тиклем көслө ине, һәр мәғлүмәтте бөртөкләп, өйҙән-өйгә, ауылдан-ауылға йөрөп тигәндәй йыйҙым. Ике тапҡыр Өфөгә барып, архивтарға инергә рөхсәт алып, халыҡты иҫәпкә алыу яҙма­ларын, “Рәүиз мәғлүмәттәре”н өйрәндем. 1994 йылда ауылда Нәҫел ырыуы байрамын үткәрҙек. Ул саҡта Шәжәрә байрамы тигән һүҙ ҡулланылмай ине. Ауылыбыҙҙың символы булған 200 йыллыҡ ҡарағай ағасының тарихын өйрәнеп яҙҙым.

Шәжәрә төҙөү барышында ата-баба­ларымдың башҡорт милләтенән булыуын, ата-әсәнең балаларына ифрат матур исемдәр ҡушыуын белеп, һоҡландым һәм асыштарыма ғәжәпләндем... Ата-баба­ларыбыҙ ул-ҡыҙҙарына Хангилде, Миңлегөл, Ерәнсәй, Айсыуаҡ, Майтап, Гөлнәфирә, Нәүширбан һәм башҡа шундай бик күркәм исемдәр ҡушҡан. Кәлтәү ауылының атамаһы элек Хәлтәү булғанын асыҡланым, уның барлыҡҡа килеү тарихы ла бар. Ошо ерҙәрҙә ҡасандыр тимер, суйын иретеү заводы эшләгәне лә билдәле”, – тип Муллахан Мулләхмәт улы ауылдың оло тарихына ҡағылған яҙмалар менән таныштырҙы.

 32 йыл ауыл клубы мөдире булып эшләү дәүерендә халыҡтың мәҙәни тормошон йәнләндереү, “Наурыҙ” фольклор ансамблен төҙөү, спектаклдәр ҡуйыу менән дәртләнеп йәшәй ул. 2004 йылда ансамбль “халыҡ фольклор ансамбле” исемен алыуға өлгәшә. Муллахан ағай, Өфөгә барып, ете ҡумыҙ эшләтеп алып ҡайтҡас, был музыка ҡоралында уйнарға теләгәндәр ҙә табыла.

Ауылда “Сәрбиямал” мәсетен төҙөүгә лә Муллахан Мулләхмәт улы дәртләнеп тотона. “Элек беҙҙә мәсет тә, мәҙрәсә лә булған. Халыҡ менән һөйләшкәндән һуң был эшкә аҡса йыйырға ҡарар иттек. Ә эштең башы шулай булды: Яр Саллыла йәшәгән Венера апайым ҡунаҡҡа ҡайтҡан­да йыйған байтаҡ аҡсаһын мәсет төҙөтөү өсөн миңә ҡалдырҙы, “эштең башы шул булыр” тине. Һуңғы ваҡытта исемен “Сәрбиямал”ға алмаштырғайны”, – ти хеҙмәт ветераны.

Муллахан ағай ҡатыны Мәккиә апай һәм ҡыҙы Земфира Әхмәтова менән ошоғаса сәхнәлә сығыш яһап, ауыл тормошон биҙәп, йәшәүҙән йәм табып, татыу ғаилә булып донъя көтә. Алсаҡ, егәрле, дәрт-дарманлы ғаилә менән теләмәй генә айырылыштыҡ, ил кимәлендә еңеү яулаған Мулләхмәтовтар менән тағы ла осрашыу бәхетен татырға яҙһын.

Читайте нас: