Салауат районы уҡытыусылар, йырсы-бейеүселәр, көрәшселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре менән дан тота. Ошондай тырыш һәм уңғандар араһында почтальондар айырым урын биләй. Мәҫәлән, Яңы Ҡаратаулы ауылында халыҡҡа гәзит-журнал таратыусы уңған Наилә Вәлиева менән осраштыҡ.
– Яңы Ҡаратаулы – беҙҙең райондағы иң төҙөк һәм ихлас кешеләр йәшәгән ауылдарҙың береһе, бына ошонда почтальон тигән еңел булмаған йөктө тартам да инде, – тип башланы һүҙен Наилә Юлай ҡыҙы. – Ул әллә ни ҙур ҙа түгел, яҡынса йөҙ тирәһе йорт иҫәпләнә. Шулай ҙа ауылды тиҙ генә урап сығыу мөмкин түгел, сөнки почтальондың сумкаһы ҡалын ғына. Әлбиттә, миҙгеленә ҡарап. Таратҡан гәзит-журналдарым араһында “Башҡортостан” һәр йәһәттән дә айырым урын алып тора. Баҫманың бай йөкмәткеле булыуы, шул иҫәптән ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы мәҡәләләрҙең баҫылыуы, уны халыҡтың күпләп алдырыуы шуға асыҡ миҫал. Ысынлап та, республикабыҙҙың төп башҡортса баҫмаһы бүтәндәрҙән бер башҡа өҫтөн.
Ауылдаштарым Айгиз Әхмәтйәнов, Сәлимә Хизбуллина һәм башҡалар “Башҡортостан” гәзитенә йыл да яҙыла. Ғөмүмән, бында унлаған кешегә килә ул. Бынан тыш, бүтән бихисап башҡорт баҫмаларын өй беренсә йөрөп таратам.
Беҙгә, почтальондарға, бөтә баҫмалар ҙа яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр береһе ҙур тираж менән сыҡһын, халыҡ араһында күпләп таралһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Тырышҡан таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға, тигәндәй, аҙаҡтан эш һөҙөмтәләрен барлағанда, алдынғылар араһында үҙеңдең дә исем-шәрифеңде ишетеү шул тиклем шатлыҡлы. Етәкселәрҙең иғтибар итеүе, дәртләндереүе киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләү йәһәтенән отошло алым ул.
Бөтә Рәсәй ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы яҙылыу осоронда ҡыҙыу эшләнек. Акция мәлендә 2023 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ ҡуйылды. Ошондай декадалар кәрәк, ул саҡта быуа йырылғандай тойола. Тап ошо арауыҡта рухиәт тип яныусылар әүҙемләште, уларҙың һәр береһенә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ.