Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 13:10

Бабсаҡ вариҫтары улар!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Фото:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Быйыл 14 июндә “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсын  ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында бәйгенең 12 еңеүсеһе раҫланды. Положениеға ярашлы, улар халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде.

“Ҙур ауылдар” номинацияһында Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы беренсе урынды яуланы һәм иң ҙур приз – алты миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Әбделмәмбәт ауылын халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтәләр, бында 600-ҙән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың дәрт-дарманлы, әүҙем, булдыҡлы тигән даны бар. Юҡҡа ғына башҡорт халҡының мәшһүр “Бабсаҡ менән Күҫәк” эпосы был ерҙә тыумаған.

Әбделмәмбәт үҙенең сәсән­дәре, билдәле спортсылары, мәғрифәтселәре, ғалимдары, табиптары менән данлы. Улар ниндәй генә спорт төрө менән шөғөлләнмәй! Ижади булмышлы ла ҡыпсаҡтар – өҙҙөрөп ҡурайҙа ла уйнайҙар, йырлап та ебәрәләр.

Туғыҙ йыл элек Әбделмәмбәт ауылында булдырылған “Тимер батыр” робот техникаһы клубы ла (етәкселәре – Инсур Үтәбаев, Артур Сәйфетдинов) тотош рес­публикаға билдәле.

Башҡорт мәктәбе уҡыусылары Рәсәй һәм республика ярыштарында тиҫтәнән ашыу еңеү яулаған. Улар араһында Татар­стандың Әлмәт ҡалаһында үткән АгроНТИ этабының алтын миҙалы ла бар. “Робофест” физика олимпиадаһының Башҡортостан этабында ла еңгәндәр һәм Мәскәү ҡалаһындағы финал уйындарында ла ҡатнашҡандар. Пермь ҡала­һында Рәсәй интеллектуаль олимпиадаһында дүртенсе урынды ("Робот техникаһы" йүнәлеше буйынса) яулағандар.

“Айыҡ ауыл” конкурсында ла әбделмәмбәттәр сәмләнеп ҡат­нашты, төрлө мәҙәни, спорт саралары уҙғарҙы, ауылда эскелеккә ҡаршы әүҙем пропаганда алып барҙы һәм лайыҡлы еңеп сыҡты. “Спорт аша айыҡ ауыл” – уларҙың төп девизы. Ауылда 150 уҡыусы (100 процент) физкультура менән шөғөлләнә, уларҙың 87-һе спорт секцияларына яҙылған. Әбдел­мәмбәттә йәшәгән 825 кешенең 400-ҙән ашыуы спорт һәм һа­уыҡтырыу сараларында ҡатнаша.

Мәктәптең спорт залында грэпплинг, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, грек-рим көрәше, уҡ атыу буйынса секциялар эшләй. Еңел атлетика буйынса стадион, саңғы юлы, хоккей майҙансығы һәм “Ҡыпсаҡ бүреләре” хоккей клубы, “Ҡыпсаҡ” көрәш клубы бар. Ике йылға бер тапҡыр ҡышҡы Ауылпиада, йәғни урындағы Ауыл Олимпия уйындары үткәрелә. Уларҙа йөҙләгән ауылдаштары, яҡташтары (хоккей, шорт-трек, керлинг, саңғы уҙышы, биатлон, бобслей буйынса) ҡатнаша.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов: “Райо­ныбыҙҙың Әбделмәмбәт ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсында тулыһынса үҙ көсө менән ҡатнашты. Өҫтән ҡушыуҙы, күрһәтмәләр биреүҙе көтөп торманылар, барыһын да үҙҙәренең башланғысы менән бергәләп атҡарып сыҡтылар. Уларҙың дәрт-дарманы, берҙәмлеге күптәргә өлгө булырлыҡ”, – тип билдәләне.

Әбделмәмбәттәр “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә тапшырылған аҡсалата призға ауылдағы “Ҡыпсаҡ” паркын яңыртасаҡ.

Читайте нас: