Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 10:30

Бала... көмөшкә эсеп ағыуланған

Һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡай әле реанимацияла.

Бала... көмөшкә эсеп ағыуланғанБала... көмөшкә эсеп ағыуланған
Бала... көмөшкә эсеп ағыуланған

Бәхетһеҙ осраҡ кисә Туймазы районындағы ауылдарҙың береһендә булған. Урындағы дауахананың реанимация бүлексәһенә һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы килтерәләр. Табиптар бала организмының спирттан ағыуланыуын асыҡлай. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

– Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала көмөшкәне яңылыш эскән. Яҡындары әйтеүенсә, шыйыҡса “Кола” шешәһенә ҡойолған булған. Спиртлы һауытты һыуытҡысҡа ҡуйғандар. Ҡыҙыҡай уны газлы һыу тип уйлаған. Эскәс, уға ҡапыл ҡыйын булып китә һәм уны дауаханаға алып баралар, – тигән хәлде белгән сығанаҡ.

Билдәле булыуынса, ғаилә имен һанала, иҫәптә тормаған. Әле хоҡуҡ һаҡсылары хәлде тикшерә башлаған.

Фото: Проурал. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас