Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 17:00

Баланы алып ҡасҡан

Ир ике йәшлек сабыйҙы Грузияға алып киткән...

Баланы алып ҡасҡан
Баланы алып ҡасҡан

Был ғаилә драмаһы тураһында “Моя Уфа” порталы хәбәр итә. Стәрлетамаҡта атай кеше үҙенең ике йәшлек ҡыҙын фатирҙан алып киткән. Был ваҡытта әсә посылка алырға тип сыҡҡан булған.

Мария өйөнә ҡайтһа, ни өйҙәше, ни балаһы булмаған. Тәүҙә ҡатын улар тышҡа йөрөп килергә генә сыҡҡандыр тип уйлаған. Әммә ике сәғәт үткәс, Максим уға смс-хәбәр ебәрә – улар Красноусолға киткән. Бынан ары ир бөтөнләй телефонын алмай башлай.

Мария тәүге ғаризаһын 10 декабрҙә яҙған, тик һөҙөмтә булмай. Уға ике көн – урлау булмай, тип яуап бирәләр. Ә икенсе көндө ирҙең ҡыҙы менән Грузия сиген үтеүе асыҡлана. Баҡһаң, атаһы ҡатынға әйтмәй генә ҡыҙына сит ил паспорты эшләткән булған. Ул Марияға ҡыҙының фотоларын ебәрә, әммә һорауҙарға яуап бирмәй. Һуңғы хәбәрендә ҡыҙын Украинаға “өләсәһенә ҡунаҡҡа” алып барам тип әйтә лә башҡаса бәйләнешкә сыҡмай.

Мария менән Максим Ҡырымда танышҡан һәм араларында һөйөү хистәре тыуған. Тәүҙә улар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. 2019 йылда ҡатын йөклө икәнен белеп ҡала, ә һуңынан пандемия башлана. Бала тыуғас, ир Башҡортостанға күсеп килә һәм документтар эшләтеү өсөн фатирына пропискаға ҡуйыуҙы һорай. Тик бына паспортында кәрәкле штампты алғас, ул тиранға әйләнә.

– Мин тәүҙә түҙҙем, тик түҙемлектең сигенә сыҡҡас, полицияға мөрәжәғәт иттем. Тик миңә ярҙам итмәнеләр. Бер фатирҙа йәшәргә мәжбүр инек. Ул миграция ҡануниәтен боҙмайынса, уны прописканан төшөрөп булмай, тинеләр. Үҙен агрессив тота тигәнгә иһә, “үлтерһә – уның менән башҡа ведомство шөғөлләнер” тип әйттеләр”, – тип һөйләгән ҡатын.

Әле Мария бар көсөн йыйып ҡыҙын ҡайтарырға тырыша. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы баланың ҡайҙалығын билдәләү менән шөғөлләнә башлаған.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: