Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 14:54

Барлар эштәр ҙә, ниәтләгәндәре лә күп

шәхси архивтан.
Фото: шәхси архивтан.

Элек-электән йәштәр ололарҙың кәңәшенә таянған, һүҙен тыңлаған. Республикабыҙҙа ағинәйҙәр хәрәкәте йәмғиәттә ҙур тәрбиә мәктәбен алып бара. Уҙып барған йыл Учалы ағинәйҙәре өсөн айырыуса һөҙөмтәле. “Йыл ағинәйе” исеменә быйыл ошо райондың “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаеваны лайыҡ тип таптыҡ. Ул йыл уңыштары хаҡында һөйләне.

– Матди һәм матди булмаған халыҡ мираҫын һаҡлау йылы бик матур үтеп бара. Ағинәйҙәр ойошмаһының төп маҡсаттарының береһе лә тап ошо. Быйыл “Халыҡ педагогикаһы”, “Милли кейем серҙәре”, “Өләсәйемдең күңел һандығы”, “Арҙаҡлы яҡташтар”, “Туй йолалары”, “Им-том серҙәре”, “Халыҡ медицинаһы” һәм башҡа проекттар өҫтөндә эшләнек. Өйрәнгәнебеҙ сәхнәлә күрһәтеү, конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн генә булманы. Мәҫәлән, районыбыҙҙың байтаҡ ауылдарында йәштәргә никах үткәреүҙә, балаға исем ҡушыуҙа ағинәйҙәребеҙ ҙә ҡатнаша. Әйткәндәй, милли аяҡ кейеме сарыҡты ла, ҡатаны ла иң тәүҙә беҙ, учалылар, өйрәнеп эшләп кейҙек. Шулай уҡ тула һуғырға, тула баҫырға, сарыҡ борорға өйрәндек.

Быйыл исеме есеменә тура килгән саралар күп булды. Ғинуар айында Ҡунаҡбай ауылында “Эргә юрған – түр ҡото, ҡорама – йорттоң ҡото” исемле сара ҡорама ҡороу оҫталарын йыйҙы.  Йортҡа ҡот, бәрәкәт теләгән өсмөйөшлө биҙәктәр өҫтөнлөк иткән беҙҙең ҡорамаларҙа. Шуныһы ҡыуаныслы, ошо саранан һуң күптәр балаларына һаулыҡ, бәхет, ҡот юрап, ҡорама юрғандар эшләп бирҙе.

Тағы ла бер мөһим йүнәлештә – ер-һыу атамаларын өйрәнеү, йыйыу буйынса ла эш алып барабыҙ. Балбыҡ, Килмәк, Рафиҡ ауылы ағинәйҙәре ошондай сараларҙы тәбиғәт ҡосағына сығып ойошторҙо. Көн һайын үтеп-һүтеп йөрөгән урындарҙың күпме сер, тарих һаҡлағанын асыҡлап, берсә һоҡланаһың, берсә ғәжәпләнәһең.

Хәҙер дини йолалар иркен үтәлә, киң таралыу ала. Һәр ауылда тиерлек мәсеттәр асыла. Уйланып йөрөгәндән һуң, район ағинәйҙәрен йыйып, хәҙрәттәр менән осрашыу үткәрергә кәрәк, тигән фекергә килдем. Осрашыу урыны итеп Зәйнулла ишан исемен йөрөткән Юлдаш ауылы мәсетен билдәләнек. Өфөнән “Йома” тапшырыуын алып барған яҡташыбыҙ Морат Лоҡмановты ла саҡырҙыҡ. Диндең төп ҡағиҙәләрен боҙмай, олатай-өләсәйҙәребеҙ тотҡан юлдан барһаҡ, һис тә яңылышмаҫбыҙ, тигән фекергә килдек.

Йәйге осор ҙа сараларға бай булды. “Ай, Уралым, Уралым” тип исемләнгән мәргәндәр ярышына быйыл яңылыҡ индереп ебәрҙек – сәхнәлә башҡорт ырыуҙары кейемдәре күргәҙмәһен үткәрҙек. Белорет, Күгәрсен, Йылайыр, Баймаҡ, Мәсетле райондарынан килгән ағинәйҙәрҙең үҙ ырыуҙарының кейемдәрен кейеп сәхнәгә сығыуҙарын тамашасы үҙ итте.

Быйылғы йыл ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар менән дә тарихта ҡаласаҡ. Рәсәйҙең именлеген һаҡлаусылар өсөн һәр ауыл ағинәйҙәре ярҙам ойошторҙо. Йылы кейем, ойоҡбаштар, башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләүҙә улар бик ихлас ҡатнашты.

 “Йылы кейем” тип аталған мөһим проектыбыҙ ҙа – быйылғы йылдың матур сараһы. Элек халыҡ көнкүрешендә ҙур урынды алып торған йөн, унан эшләнгән кейеҙ ҡулланылыштан юғала төшкән һымаҡ. Онотолоп барған ошо шөғөлдө халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында, кейеҙ баҫыу, һарыҡ йөнөнән юрған күбеү кеүек һөнәрҙәрҙе тергеҙеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарыу менән дә иҫтәлекле булды ошо йыл.

Ғөмүмән, ағинәйҙәр ойошмаһы республикабыҙҙа ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Улар халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн файҙалы проекттар тәҡдим итә.

Читайте нас