Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 13:42

“Башҡортостан”ды 66 йыл алдыра

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарының береһе Сибай ҡалаһында йәшәй. Сания Хөснөтдинова 1956 йылдан алып “Башҡортостан”ға даими рәүештә яҙыла.

Уның бала сағы ҡәһәрле яу осорона тура килә. Һуғыш балаһы булараҡ, бөгөн күкрәгендә миҙал балҡый. Сания Закирйән ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә – 42 йыл стаж, шуның өс тиҫтәһе – Сибай баҡыр-көкөрт комбинатының карьерында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер аҫтында эшләп, ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килгән нәзәкәтле ҡатынға, кемдеңдер дөрөҫ яҙмауы сәбәпле, 45 йәштән хаҡлы ялға сығырға тура килмәй. Шулай ҙа бирешмәй ул, тағы ла ун йыл тирәһе эшләй.

Сания Хөснөтдинованы лайыҡлы рәүештә таусылар ҡалаһы үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең береһе тип билдәләргә мөмкин. Тормош иптәше Рәйес Хөсәйенов менән дә комбинатта эшләгән ваҡытта осраша һәм, күп тә үтмәй, ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы биш балалары донъяға килә.

Белем алыуға теләге ни тиклем ҙур булһа ла, уҡыу бәхете тәтемәй инәйгә. 10 йәшендә генә беренсе класҡа бара, 18-е тулғас хеҙмәт юлын башларға тура килә, шуғалыр ҙа ул китап уҡырға ярата, күпләп гәзит-журналдар алдыра.

– Яңы ғына эшкә төшкән мәлдә – 1955 йыл аҙағында туған тейешле апайымдарға барҙым. Өйҙәренә “Совет Башҡортостаны” гәзите килә, уны яратып уҡыйым. Күрәм, апайымдың ҡыҙҙары гәзит уҡығанымды яратмай, нисектер көнләшкән кеүек. Ҡулыма бер аҙ хеҙмәт хаҡы алғас, киттем почтаға гәзиткә яҙылырға. Шунан бирле, 1956 йылдан алып, “Башҡортостан”ды яратып уҡыйым, бер ваҡытта ла уға хыянат иткәнем юҡ. Бигерәк тә дини яҙмалар, уңған, ғәҙел кешеләр хаҡындағы мәҡәләләр оҡшай. Элегерәк гәзиттә повестар баҫыла торғайны, һуңғы ваҡытта улар юҡ, – ти Сания инәй. – Хатта гәзитте ташларға йәлләп, нисәмә йыл һаҡлап барам, хәҙер тотош архив барлыҡҡа килде.

Күҙенән – нур, йөҙөнән ихласлыҡ һәм яҡтылыҡ бөр­көлөп торған инәй күптән инде дин юлында, намаҙын ҡал­дырмай. Дүрт тапҡыр хажға барған ул. Йорто төрлө матур гөлдәргә күмелгән, баҡса­һында иһә ниндәй генә сәскә үҫмәй!

Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше­нең донъяһы ла балҡып тора. Ҡала буйынса дүрт йыл рәттән “Иң матур йорт” тигән исемгә лайыҡ булған, әле лә донъяһы йәштәргә өлгө булырлыҡ.

– Гәзитте аҙаҡҡы битенән уҡырға яратам, тәүҙә матур башҡорт кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы, биҙәүестәрен ҡарап, аҙаҡ улар хаҡында яҙылған­дарын уҡыйым, сканвордты ла сисеп алам, аҙналыҡ йондоҙнамәгә лә күҙ йүгертәм. Шулай ҙа дини мәҡәләләр айырыуса оҡшай, элек Нурмөхәмәт хәҙрәттең яҙмаларын көтөп ала торғайным, – ти инәй.

Кемдер гәзиткә яҙылмай, ниндәйҙер сәбәптәр тапһа, Сания Хөснөтдинова иһә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан гәзитенә хыянат итмәй. Тап шундайҙар милли матбуғатты таратыуға үҙ өлөшөн индереп кенә ҡалмай, уның киләсәктә йәшәүенә лә булышлыҡ итә.

Читайте нас: