Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 18:00

Бейеүсе Риф Ғәбитов мөғжизә тыуҙырған

Яңы бейеү һалған тиһегеҙме, юҡ, яңылышаһығыҙ...

Бейеүсе Риф Ғәбитов мөғжизә тыуҙырған
Бейеүсе Риф Ғәбитов мөғжизә тыуҙырған

Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе, хореограф Риф Ғәбитов йыл һайын үҙенең йорт алдын ошондай матур ҡаласыҡ менән биҙәй икән. Ярым ай төшөрөлгән мәсет янында кескәйҙәр (ейән-ейәнсәрҙәре) өсөн бынамын тигән һырғалаҡ та бар. Ә төрлө уттар менән емелдәшеп янған баҫҡыстары һуң?!

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәре хаҡтыр күрәһең. Бейеүсе булмаһа, һәр хәлдә шәп скульптор булыр ине. Афарин, Риф ағай!

Ә һеҙ Яңы йыл байрамына йортоғоҙ янына ниндәй ҡаласыҡ, әкиәт геройҙары, йыл ҡунағы - ҡуяндарҙы эшләп ултырттығыҙ? Фотолары менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото: Риф Ғәбитов.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: